

Шундай тыныс, тырыш малай, телһөйәр үҙе. Буш ваҡыттарында ҡыҙыҡлы китаптар уҡырға, йырларға, спорт менән шөғөлләнергә, дуҫтары менән уйнарға ярата. Әле гимназияға ла шатланып, тиҙерәк күпте белергә ашҡынып барҙы. Һай, афарин! Һиңә ышанабыҙ, уңыштар теләйбеҙ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: әле гәзит-журналдарға 2024 йылдың тәүге яртыһына яҙылыу башланды. "Йәншишмә" гәзитенең "Бәйләнештә"ге төркөмө 1 сентябрь – Белем көнөнә арнап гәзит уҡыусылары араһында "БЕРЕНСЕ СИНЫФҠА БАРАМ" конкурсын ойоштора.
Бының өсөн конкурсҡа тәҡдим итеүсе (ата-әсәһе, олатаһы, өләсәһе, туғаны, уҡытыусыһы) «Йәншишмә» баҫмаһын мәктәпкә барыусы балаға яҙҙырып, бүләк итә. Аҙаҡ яҙылыу квитанция күсермәһен һәм беренсегә барыусы бала тураһында мәғлүмәт ебәрә. Сифатлы фотоһы ла булыуы мотлаҡ. Артабан мәҡәлә сыҡҡас, үҙенең сәхифәһенә репост эшләргә тейеш.
Әгәр конкурста ҡатнашыусы https://vk.com/club45440006 төркөмөбөҙҙә булмаһа, мотлаҡ ҡушылырға кәрәк.
Бәйгелә иң күп тауыш йыйыусыға редакцияның Маҡтау ҡағыҙы һәм иҫтәлекле бүләк тапшырыласаҡ!
Һеҙҙән матур фотолар көтәбеҙ, дуҫтар!