

Айназдың ғаиләләре Талбазы ауылына быйыл ғына күсеп килгән. Атаһы Иншар Юлай улы район мәҙәниәт йортонда ойоштороусы булып эшләгәс, ғаилә ағзалары ла сәхнә тормошонан ситтә ҡалмайҙар икән. Гел мәҙәни сарала ҡатнашып торалар. Айназдың атаһы былтыр "Башҡорт йыры"нда лауреат булған. Атай-әсәйҙәре менән Айназ, Ирназар һәм Ихсан "Өлгөлө башҡорт ғаиләһе – 2022" асыҡ республика конкурсында ҡатнашҡан. Әйткәндәй, Айназ да матур йырлай, оҫта итеп шиғыр һөйләй. Афарин!
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: әле гәзит-журналдарға 2024 йылдың тәүге яртыһына яҙылыу башланды. "Йәншишмә"гә ярты йылға яҙылыу хаҡы – 663 һум 84 тин. Индексы П2765. "Йәншишмә" гәзитенең "Бәйләнештә"ге төркөмө 1 сентябрь – Белем көнөнә арнап гәзит уҡыусылары араһында "БЕРЕНСЕ СИНЫФҠА БАРАМ" конкурсын ойоштора.
Бының өсөн конкурсҡа тәҡдим итеүсе (ата-әсәһе, олатаһы, өләсәһе, туғаны, уҡытыусыһы) «Йәншишмә» баҫмаһын мәктәпкә барыусы балаға яҙҙырып, бүләк итә. Аҙаҡ яҙылыу квитанция күсермәһен һәм беренсегә барыусы бала тураһында мәғлүмәт ебәрә. Сифатлы фотоһы ла булыуы мотлаҡ. Артабан мәҡәлә сыҡҡас, үҙенең сәхифәһенә репост эшләргә тейеш.
Әгәр конкурста ҡатнашыусы https://vk.com/club45440006 төркөмөбөҙҙә булмаһа, мотлаҡ ҡушылырға кәрәк.
Бәйгелә иң күп тауыш йыйыусыға редакцияның Маҡтау ҡағыҙы һәм иҫтәлекле бүләк тапшырыласаҡ!
Һеҙҙән матур фотолар көтәбеҙ, дуҫтар!