+22 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
13 Октябрь 2023, 14:00

“Йәншишмә”- бүләк” изгелек кәштәһе” акцияһы башлана

Йолабыҙға тоғро ҡалып, гәзитебеҙҙең сайтында һәм “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге төркөмөбөҙҙә “Йәншишмә” - бүләк” изгелек кәштәһе” акцияһын башлайбыҙ. Унда теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Бының өсөн 2024 йылдың беренсе яртыһына ”Йәншишмә”гә яҙылып, балаларға бүләк итергә кәрәк.

“Йәншишмә”- бүләк” изгелек кәштәһе” акцияһы башлана“Йәншишмә”- бүләк” изгелек кәштәһе” акцияһы башлана
“Йәншишмә”- бүләк” изгелек кәштәһе” акцияһы башлана

Был акцияны  башлап, Баймаҡ районы уҡыусыларына 3 дана гәзит яҙҙырттым. Бүләктәрҙең ике данаһы  үҙем уҡып киткән Аҡморон мәктәбе уҡыусыларына  булһа,  өсөнсөһө – өләсәйемдең тыуған ауылы Ишмырҙа мәктәбенең III синыф уҡыусыһы Зөлхизә ТЕЛӘҮСИНАға. Әйткәндәй, Зөлхизәнең атаһы әлеге көндә махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Тиҙерәк донъялар тынысланһын тип теләйбеҙ!

 Хөрмәтле атай-әсәйҙәр, олатай-өләсәйҙәр, ҡәҙерле милләттәштәр, әйҙәгеҙ, балаларыбыҙға  "Йәншишмә" гәзитен бүләк итәйек!

“Йәншишмә”- бүләк” изгелек кәштәһе” акцияһы башлана
“Йәншишмә”- бүләк” изгелек кәштәһе” акцияһы башлана
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас