

Редакцияға килгән хаттарҙың барыһы ла гәзитебеҙҙә, “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге төркөмөбөҙҙә баҫылып сыҡты. Бәйгеселәр араһында хатта өсөшәр яҙма ебәреүселәр бар ине. Тағы ла шуныһын әйтергә кәрәк: быйылғы мәҡәләләрҙе икенсерәк баһаларға булдыҡ. “Бәйләнештә” төркөмөндә ҡуйылған яҙмаларҙың ҡайһыһын күберәк уҡығандар, күпме лайыҡ йыйылған – шуны ла иҫәпкә алдыҡ.
Шулай итеп: I урын – Ирхан ТАҺИРОВ (Баймаҡ районы, Аҡморон мәктәбе), “Һыйыр көтөү еңел түгел икән” мәҡәләһе өсөн.
II урын – Алтынай АҠМАНОВА (Сибайҙағы Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы), “Онотолмаҫ сәйәхәт”, “Һыуыр менән осрашыу”, “Төлкөмө, айыумы?”;
Тамерлан ЗАРИПОВ, йәш хәбәрсе (Туймазы районы, Серафимовка мәктәбе), “Тышаулы әтәс”.
III урын – Кәримә АҠМАНОВА (Сибайҙағы Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы), “Алтын себеш”;
Раян СӘЙЕТОВ (Асҡын районы, Асҡын ауылындағы 2-се мәктәп), “Мәскәүҙән – еңеү менән!”;
Салауат ХӘЙБУЛЛИН (Белорет ҡалаһы, 21-се мәктәп), “Төлкө менән осрашыу”. Ул хатта һүрәтен дә төшөрөп ебәргән ине.
Ә бына Сәлимә менән Нурсолтан ХӘСӘНОВТАРға (Өфө, 82-се мәктәп), “Роботтар донъяһында” мәҡәләһе өсөн дәртләндереү призы тапшырыласаҡ.
Бәйгегә иң тәүге булып хат ебәргәне өсөн Таһир РӘХИМОВ (Ауырғазы районы, Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы, “Иң ҡыҙыҡлыһы – мал көтөү”) махсус бүләк аласаҡ.
Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ! Уларҙы редакцияның Почёт грамотаһы һәм иҫтәлекле бүләге көтә.
Зөһрә ХӘКИМОВА, хаттар бүлеге хәбәрсеһе.