+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
23 Октябрь 2023, 10:00

Иң-иңдәр ҡайҙан?

«Бәйләнештә» социаль селтәрендәге төркөмөбөҙҙә 1 сентябрь – Белем көнөнә арнап гәзит уҡыусылар араһында «Беренсе синыфҡа барам» конкурсы уҙғарғайныҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, унда бар теләүселәр ҙә ҡатнаша алманы, сөнки бәйгенең талабы буйынса гәзиткә яҙылырға кәрәк ине. Ә еңеүселәр махсус ҡушымта ярҙамында билдәләнде. Әлбиттә, бәйге бик ҡыҙыу барҙы, бөтәһе лә еңеүгә лайыҡ ине. Ҡатнашҡан балаларҙың барыһына ла, шулай уҡ гәзит бүләк иткән әсәйҙәргә, өләсәйҙәргә, уҡытыусыларға ҙур рәхмәт әйтәбеҙ.

Иң-иңдәр ҡайҙан?Иң-иңдәр ҡайҙан?
Иң-иңдәр ҡайҙан?

Шулай итеп, иң күп тауыш йыйып, өс уҡыусы еңеп сыҡты. Улар­ҙы редакцияның Маҡтау ҡағыҙы һәм иҫтәлекле бүләктәр көтә.

I урынды – Ғайсар ШӘРИПОВ (Сибай ҡалаһы, 9-сы мәктәп), II урынды – Айназ ВӘЛИТОВ (Ауыр­ғазы районы, Рәшит Назаров исемендәге Талбазы баш­ҡорт гимназияһы), III урынды Илгизә ИҪӘН­ҒОЛОВА (Баймаҡ районы, Сәйғәфәр мәктәбе) яуланы.

Ғайсар балалар баҡсаһына йөрөгәндә үк бик күп ярыштарҙа ҡатнашып, гел I урын алған икән. Әле лә һынатмай, мәктәптә тырышып уҡый. Каратэ секцияһында шөғөлләнә. Шиғыр, әкиәт һөйләү конкурстарында бик әүҙем ҡатнаша. Уҡытыусыһы – Светлана Рауил ҡыҙы Ғөбәйҙуллина. Бар яҡтан өлгөр малай пластилиндан һындар әүәләү менән мауыға. Ғайсарҙың апайҙары Ынйы менән Рушана IV синыфта уҡый. Ҡустыһы Ғәфүргә – 5 йәш, ул балалар баҡсаһына йөрөй. Әйткәндәй, Ғайсарға гәзит-бүләкте өләсәһе Зи­фа Сәғәҙей ҡыҙы Әлибаева эшләне.

Айназдың беренсе уҡытыусы­һы – Айгөл Сыңғыҙ ҡыҙы Һатлы­ҡова. Вәлитовтар Талбазы ауылына быйыл ғына күсеп килгән. Иншар Юлай улы район мәҙәниәт йортонда ойоштороусы булып эшләгәс, ғаилә ағзалары ла сәхнә тормошонан ситтә ҡалмай икән. Мәҙәни сараларҙа гел ҡатнашып торалар. Айназдың атаһы былтыр «Башҡорт йыры»нда лауреат булған. Атай-әсәйҙәре менән Айназ, Ирназар һәм Ихсан «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе – 2022» асыҡ республика конкурсында ҡатнашҡан. Әйткәндәй, Айназ да матур йырлай, оҫта итеп шиғыр һөйләй. Хәҙер бына гәзитле лә булды. Афарин!

Иҫәнғоловтар ғаиләһендә һигеҙ бала тәрбиәләнә. Илгизә – алтынсыһы. Әсәһенең ҙур ярҙамсыһы ул. Ҡустыһы менән һеңлеһен ҡарап ҡына йөрөтә. Тәртипле ҡыҙ мәктәптә тырышып уҡый. Беренсе уҡытыусыһы Нә­зирә Борхан ҡы­ҙы Ғәлина үҙен маҡтап: «Бик ҡы­ҙыҡ­һыныуcан, аҡыллы, һәр нәмәне белергә ге­нә тырышып то­ра. Дәрестә әү­ҙем ҡат­наша. Матур итеп һүрәт төшөрә. Үҙенә лә талапсан, ҡушылған эшкә бик етди ҡарай. Апайҙарына, ағайҙарына оҡшар­ға тырыша. Улар – Илгизәгә матур өлгө», – ти.

Бына ошондай шәп, әүҙем, тыр­ыш уҡыусылар ҡатнашты бәйгелә. Ҡотлайбыҙ, беренселәр! Һеҙгә уңыштар һәм яҡшы билдәләр генә алыуығыҙҙы теләйбеҙ.

Зөһрә ХӘКИМОВА,
хаттар бүлеге хәбәрсеһе.

Иң-иңдәр ҡайҙан?
Иң-иңдәр ҡайҙан?
Иң-иңдәр ҡайҙан?
Иң-иңдәр ҡайҙан?
Иң-иңдәр ҡайҙан?
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас