

Уға “Һыйыр көтөү еңел түгел икән” мәҡәләһен өсөн I урын бирелгәйне. Әле ошо осрашыуҙа редакциябыҙҙың Почёт грамотаһы менән иҫтәлекле бүләген тапшырҙыҡ.
Тағы ла үҙем уҡып киткән мәктәбемә бер дана “Йәншишмә” гәзитен яҙҙырып, квитанцияһын бүләк иттем. Балалар менән күҙгә-күҙ ҡарашып, уларҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына ябай ғына итеп яуап биреп, ихлас аралаштыҡ. Уҡыусыларҙың күбеһе гәзит менән дуҫ булыуы һоҡландырҙы. Яҡташтарым артабан да әүҙем булып, дуҫлыҡ күперен дауам итерҙәр, тип ышанып ҡалам.
Матур осрашыуҙы ойоштороусы башланғыс синыфтар уҡытыусыһы Фәйрүзә Хөрмәт ҡыҙы Азаматоваға ҙур рәхмәт белдерәбеҙ.