+4 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
2 Ноябрь 2023, 21:20

Бишенселәргә – "бишле"!

Өсөнсөләр синыфында 5 уҡыусы белем ала. Уҡытыусылары Альбина Абдулла ҡыҙы Истәкова менән бергә мәктәптә уҙған төрлө сараларҙа ихлас ҡатнашалар. Яратҡан «Йәншишмә» гәзитенә лә дәррәү яҙылғандар.

Бишенселәргә  – "бишле"!
Бишенселәргә – "бишле"!

Үҙҙәре бар яҡтан да өлгөлөләр бит әле. Бөтәһе лә тик «дүртле» һәм «бишле» билдәләренә өлгәшә. Бишәүһе лә бейеү түңәрәгенә йөрөй. Төрлө конкурстарҙа әүҙем ҡатнашып, мәктәп данын күтәрәләр.
Нурзиә МЫРҘАБУЛАТОВА – уҡыу алдынғыһы, көндәлеген «бишле»ләр генә би­ҙәй. Ике йыл рәттән «Һаумы, һаумы, әки­әт!» конкурсында ҡатнашып, республика кимәлендә призлы урын яулаған. Тағы ла рай­онда үткән шиғыр һөйләү бәйгеһендә лә уңышҡа өлгәшкән. Бейергә лә әүәҫ икән үҙе.
Зөмәрә СОЛТАНОВА, халҡыбыҙҙың мәш­һүр мираҫы булған «Урал батыр» эпосының 600 юлын яттан һөйләү бәйгеһендә ҡатнашып, «Өмөт» номинацияһында еңгән. Шулай уҡ район буйынса мәғлүмәти технологиялар буйынса «КРИТ» конкурсында II урынға лайыҡ булған.
Эльвира МОСТАФИНА ла бик тырыш, һәләтле уҡыусы. Ул район күләмендә «Һаумы, һаумы, әкиәт!» конкурсында II урынды алған.
Әминә ЮНЫСБАЕВА менән Данил ЮЛМӨХӘМӘТОВ оҫта рәссамдар икән. Һүрәттәре матур килеп сыға. Бейеү буйынса ла һынатмайҙар, призлы урындар яулап ҡына торалар.
Бына шундай шәп, тырыш, аҡыллы, әүҙем өсөнсөләр менән таныштым.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: