+6 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
9 Ноябрь 2023, 13:07

Гәзитебеҙгә яҙылыу дауам итә

"Башҡортостан" дәүләт концерт залында "Йәшлек", "Өмет", "Молодёжная газета" баҫмалары 100 йәшен билдәләне. Халыҡ эркелеп килде, залға һыйманы хатта! Матур концерт күрһәтелде, алдынғы журналистарға Почёт грамотаһы тапшырылды.

Гәзитебеҙгә яҙылыу дауам итә
Гәзитебеҙгә яҙылыу дауам итә

"Йәншишмә" гәзитенә подписка ла ойошторҙоҡ. Белорет районы Инйәр ҡасабаһынан апалы-һеңлеле Эльвира Яҡшыдәүләтова менән Флүрә Танһыҡҡужина гәзитте Хәйбулла районы Татырүҙәк ауылында йәшәүсе ғаиләгә бүләк итте. Баҫмабыҙҙы улар ғинуар айынан ала башлаясаҡ.

Рәйес Солтангәрәй улы Яҡшыбаев байрамға хәләл ефете менән килгән. Ул гәзитте баш ҡалала йәшәүсе ейәндәренә яҙҙырҙы.

Линара Ишкилдина подписканы ике туған ҡустыһына бүләк итте. Камал гәзитте шулай уҡ киләһе йылдан уҡып ҡыуанасаҡ. Рәхмәт барығыҙға ла!

Гәзитебеҙгә яҙылыу дауам итә
Гәзитебеҙгә яҙылыу дауам итә
Гәзитебеҙгә яҙылыу дауам итә
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: