+4 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
11 Ноябрь 2023, 12:00

Бер осрашыу – үҙе бер ғүмер

Күҙгә-күҙ ҡарашып яҡындан аралашыуға бер ни етмәй инде. Беҙҙең килеүҙе аҡморондар көтөп алды. Был мәктәптә  башҡорт телен дәүләт теле булараҡ ҡына өйрәнһәләр ҙә, «Йәншишмә» гәзитен беләләр һәм уҡыйҙар. Бының өсөн мәктәптең башлан­ғыс синыфтар уҡытыусыһы Фәйрүзә Хөрмәт ҡыҙы Азаматоваға рәхмәт. Ныҡ тырыша, күп көсөн һала ул гәзитебеҙҙе яҙҙыртыу, таратыу өсөн.

Бер осрашыу – үҙе бер ғүмер
Бер осрашыу – үҙе бер ғүмер

Шөкөр, аҡморондар менән дуҫлығыбыҙ йылдан-йыл нығый. Был юлы беҙ мәктәпкә гәзитебеҙ ойошторған «Минең өс айым» конкурсында еңеү яулаған V cиныф уҡыусыһы Ирхан Таһировты ҡотларға барҙыҡ. Ул «Һыйыр көтөү еңел түгел икән» мәҡәләһе өсөн I урын алды. Ирханға редакцияның Почёт грамотаһы һәм бүләге тапшырылды.

Әйткәндәй, был белем усағында үҙем дә X cиныфты тамамланым. Шуға йыл да туған мәктәбемә «Йәншишмә» гәзитен яҙҙырып бүләк итәм. Әйҙә, уҡыһындар, ҡатнашһындар беҙ үткәргән бәйгеләрҙә.

Аҡморон мәктәбендә барлығы 131 уҡыусы белем ала. Уҡыу алдынғылары күп кенә. Олимпиадаларҙа, бәйгеләрҙә һынатмай­ҙар икән. Йыл һайын районда спорт буйынса гел призлы урын алып һөйөнәләр. Көрәш буйынса ярыштарҙа инде гел алда бара мәктәп.

Бына әле яңыраҡ II cиныф уҡыусылары «Рәсәй балапандары» сафына ҡабул итеү тантанаһында ҡатнашҡан. Был – «Беренселәр хәрәкәте» Бөтә Рәсәй балалар һәм йәштәр ойошмаһының тәүге баҫҡысы. Кескәй­ҙәр унда ҡатнашып, ҡанундарын өйрәнеп, гимн йырлап, үҙҙәренә йөкләмә алған өлкән әйҙәүселәренән. Белгегеҙ килһә, икенселәр был ойошмаға районда иң беренсе булып ҡабул ителгән. Тантанала Баймаҡ районы мәғариф бүлегенән «Балалар навигаторы» координаторы Люциә Йомабай ҡыҙы Сөләймәнова үҙе лә була. Кескәй яҡташтары өсөн ҡыуанып, ғорурлыҡ кисерә ул. Сара аҙағында бәләкәй аҡморондар «Рәсәй балапандары» антына тоғро ҡалырға, яҡшы уҡырға, намыҫлы, тәртипле һәм тиҫтерҙәренә һәр ваҡыт өлгө булырға, тип һүҙ биргән. Эйе, улар киләсәктә мәктәптәренең һәм илебеҙҙең ғорурлығы булыр, тип ышанабыҙ.

Ғөмүмән, был мәктәптең уңыш­тары, күрһәтер эше күп. Әле бы­йылдан белем усағына яңы етәксе ҡуйылған икән. Хәҙер директор йөгөн Зилә Фәйрүз ҡыҙы Ҡә­йүмова тарта. Уны яңы вазифаһы менән ҡотлап, тағы ла ҙурыраҡ ҡаҙаныштарға ирешеүҙәрен теләнек.

– Балаларҙы мәктәптә туҡлан­дырыу нисек? – тип тә ҡыҙыҡ­һынабыҙ. Был һорауға уҡыу-уҡытыу буйынса директор урынбаҫары Олеся Викторовна Акилова:

– Быйыл уҡыу йылы башынан ошо мәсьәләгә нығыраҡ иғтибар итергә булдыҡ. Был турала атай-әсәйҙәр менән дә йыйылышта һөйләшеү ойошторҙоҡ. Уларҙың тәҡдимдәрен, кәңәштәрен иҫәпкә алып, балаларҙы сифатлы туҡ­ландырырға тырышабыҙ. Витаминлы аҙыҡ, йылы аш ваҡытында бирелә. Хәҙер был мәсьәлә буйынса атай-әсәйҙәрҙең баш­ҡа һорауҙары булмаҫ, – тип белдерҙе.

Быныһы ҡыуандырҙы. Эйе, ба­лалар мәктәптә тәмле һәм туҡлыҡлы ашарға тейеш. Республика Башлығы Радий Хәбиров та шуны талап итә бит. Шул уҡ ваҡытта уҡыусыларҙы рухи аҙыҡ­тан да мәхрүм итмәһәк ине. Әй­ҙәгеҙ, аҡморондар, гәзиткә яҙылайыҡ, уҡыйыҡ, таратайыҡ. Бала­лар «Йәншишмә»не уҡып үҫһен!

 

Зөһрә ХӘКИМОВА.

Баймаҡ районы.

Бер осрашыу – үҙе бер ғүмер
Бер осрашыу – үҙе бер ғүмер
Бер осрашыу – үҙе бер ғүмер
Бер осрашыу – үҙе бер ғүмер
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: