+6 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
7 Декабрь 2023, 15:10

Әсәй, өҫтәлеңдә – яратҡан баҫмаларың... Тик...

Аҙна һайын почта ҡумтаһында туп-тулы  һин яратып уҡыған гәзит-журналдарың елгә елберҙәй...  Тик мейестә бешкән икмәкте көтөп алғандай, яратҡан баҫмаларын  көтөп алыусы ҡәҙерле әсәкәйем генә юҡ был донъяларҙа... Хәҙер иң беренсе булып “Йәншишмә”не кем уҡый инде?..

Әсәй, өҫтәлеңдә  – яратҡан баҫмаларың...
Әсәй, өҫтәлеңдә – яратҡан баҫмаларың...

 Улай ғына түгел, уны 2-3 мәртәбә уҡыр ине ул... Бигерәк яратты шул балалар гәзитен. Әсәйем унда ойошторолған бар изгелек акцияларҙа иң беренселәрҙән булып ҡатнаша ине. Ҡайҙа барһа ла гәзитебеҙ хаҡында һөйләп, кешеләрҙе гәзит-журналдарға яҙылырға өндәп йөрөнө. Ә бит шул мәлдә береһе лә әсәйемде бүлдермәгән, ә  йотлоғоп тыңлаған. Уға һоҡланып хатта: “Беҙгә күп мәғлүмәт еткерҙегеҙ, ҡалай күп беләһегеҙ!” – тип уға оло рәхмәттәрен әйткәндәр.

Әсәй, ошо рухи аҙыҡтарыңды уҡып, гел бар яңылыҡтарҙы белеп ултырҙың... Октябрь айында уҡ “Һаҡмар”, ”Атайсал” һәм ”Йәшлек” гәзиттәреңә яҙылып ҡуйған инең. Ә миңә декабрь башында арзан хаҡҡа яратҡан журналдарыңа яҙылырға тип, 5 мең һум аҡса биргәйнең. Унда ла һин, әсәкәйем, район почта ҡыҙының эшен баһалап,  уны уйлап:”Беҙ районда яҙылһаҡ, уларға ла аҡса була бит”, – тип әйтеп ултырҙың. Бына декабрь айындағы арзан хаҡҡа яҙылыу ун көнлөгө башланды. Һин биргән 5 мең һумды тотоп, йөрәгем өҙгөләнә... Мин яҙылам, әсәкәйем, тик һинең кеүек көтөп, яратып уҡыған “Шоңҡар”, ”Башҡортостан ҡыҙы”, ”Ағиҙел” һәм Ҡазанда баҫылып сыҡҡан ”Сөйөмбикә”ңде кем уҡыр?.. Йөрәгеңдең типкән һуңғы сәғәттәренә тиклем ошо баҫмаларың менән булдың, шулар менән йәшәнең...

Беҙҙе лә үҙеңдең генә матур  тәрбиә ысулдарың менән һоҡландыра инең. Йомшаҡ ҡына тауышың менән төплө мәҡәлдәрең менән  әйтәһе һүҙенде лә итәғәтле итеп кенә еткерә инең.  Әсәкәйем, үҙең бигерәк уҡымышлы булдың, күпте белдең, телмәрең дә иҫ киткес матур ҙа, мәғәнәле лә ине. Күңел һандығың  мәҡәл-әйтемдәр  менән тулы булды.  Һуңғы уҡый башлаған Айгиз Баймөхәмәтовтың “Ҡалдырма, әсәй!” әҫәренең 90 битен уҡып туҡтағанһың... Эх, әсәкәйем, икенсе ауылға ҡайтҡанымда Заһиҙә Мусинаның “Килен” китабын алып ҡайтырға ҡушҡайның бит... Эх, уҡырға өлгөрмәнең, әсәкәйем...

Беҙ, балалары, уның менән һәр саҡ ғорурланып йәшәнек. Замандаштарың күңеленә иман нуры һалып, ейән-ейәнсәрҙәреңдең бәхетенә ҡыуанып, һәммәбеҙгә рух бөйөклөгө һәм йәшәү матурлығы таратып ҡына ҡына, доғаларыңды уҡып ҡына ултыра инең... Ҡапыл  ғына йөрәгең тибеүҙән туҡтаны... Ҡәҙерле йортобоҙ ҡалды етемһерәп... 84 йәшеңдә матур ғына киттең дә барҙың, әсәкәйем.... Эх, был донъя...

  Әсәкәйем, йәнең йәннәттә, урының ожмах түрендә булһын! Тыныс йоҡо, әсәкәйебеҙ...

Әсәй, өҫтәлеңдә  – яратҡан баҫмаларың...
Әсәй, өҫтәлеңдә  – яратҡан баҫмаларың...
Әсәй, өҫтәлеңдә  – яратҡан баҫмаларың...
Әсәй, өҫтәлеңдә  – яратҡан баҫмаларың...
Әсәй, өҫтәлеңдә  – яратҡан баҫмаларың...
Әсәй, өҫтәлеңдә – яратҡан баҫмаларың...
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: