+4 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
8 Декабрь 2023, 13:10

“Илһам” ансамбле ҡыҙҙарынан – 5 дана “Йәншишмә” гәзит-бүләк

Мәләүез районының Восточный ауылында эшләп килгән “Илһам” ансамбленең етәксеһе – Зәйлә  Рафиҡ ҡыҙы Әлмөхәмәтова.  Унда яҡын-тирәләге Һыртлан, Һарыш, Мотай, шулай уҡ Күгәрсен районының Йомағужа ауылдарынан сәнғәткә мөкиббән ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнаша.

“Илһам” ансамбле ҡыҙҙарынан – 5 дана “Йәншишмә” гәзит-бүләк
“Илһам” ансамбле ҡыҙҙарынан – 5 дана “Йәншишмә” гәзит-бүләк

“Беҙҙең репертуарҙа халыҡ йырҙары өҫтөнлөк итә. Милли ҡомартҡыларҙы тергеҙеү һәм тамашасыға еткереү – үҙе бер ҡыуаныс. Шулай уҡ беҙ төрлө изгелек акцияларында ҡатнашабыҙ. Бына шулай ҡулыбыҙҙан килгәнсе ярҙам итергә тырышабыҙ”, – ти Зәйлә  Рафиҡ ҡыҙы.

Әйткәндәй, беҙ “Илһам” ансамбле ҡыҙҙары менән “Бәхетнамә” тапшырыуында танышҡайныҡ. Улар ҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һалдаттарға ҙур ярҙам өлөшө күрһәткән. Шул изге эштәре хаҡында һөйләгәйнеләр. Беҙ, “Йәншишмә” редакция хеҙмәткәрҙәре, үҙебеҙ ойошторған “Ҡулъяулыҡ” изгелек акцияһы хаҡында аралаштыҡ. Тапшырыу тамамланыу менән “Илһам” ансамбле ҡыҙҙары  үҙҙәренең  изге теләктәрен еткергәйне. Шулай итеп, редакциябыҙҙа ойошторолған “Йәншишмә-бүләк” – изгелек кәштәһе” акцияһында ҡатнашырға булдылар. Аллаға шөкөр, Мәләүез районында йәшәгән уҡыусыларҙың атайҙары махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан  һәм күп балалы ғаиләгә 5 дана “Йәншишмә” гәзит-бүләк эшләнеләр. Бик ҙур изгелек ҡылдылар! Сауаптары үҙҙәренә меңләтә әйләнеп ҡайтһын, Алла бирһә!

“Илһам” ансамбленең ағзаларына ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Уларға һаулыҡ һәм уңыштар теләйбеҙ!

“Илһам” ансамбле тураһында тулыһынса мәҡәләне гәзитебеҙҙең киләһе һанында уҡырһығыҙ.

“Илһам” ансамбле ҡыҙҙарынан – 5 дана “Йәншишмә” гәзит-бүләк
“Илһам” ансамбле ҡыҙҙарынан – 5 дана “Йәншишмә” гәзит-бүләк
“Илһам” ансамбле ҡыҙҙарынан – 5 дана “Йәншишмә” гәзит-бүләк
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: