+4 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
12 Декабрь 2023, 12:24

"Йәншишмә" менән дуҫлашты

Башҡорт теле уҡытыусыһы Лариса Сәхибгәрәева ижадҡа ынтылышы булған Гүзәлиә Хәтмуллинаға "Йәншишмә" үткәргән конкурста ҡатнашып ҡарарға тәҡдим иткәс, ҡыҙ шунда уҡ күтәреп ала. Ә башҡорт теле тураһындағы яҙғандары гәзиттең сайтында һәм социаль селтәрҙәге төркөмөндә донъя күргәс, ҡанатланып китә. Әсәһе менән кәңәшләшеп, Башҡорт теле көнө алдынан алдағы йылға яҙылып та ҡуя. Үҙенә ҙур бүләк эшләй.

"Йәншишмә" менән дуҫлашты
"Йәншишмә" менән дуҫлашты

"Ижад емешеңдең ташҡа баҫылыуын күреү тағы ла күңеллерәк", - тип дәртләндерә Гүзәлиәне үҙе лә элек йәш хәбәрсе булған Лариса апаһы. 

Ҡыҙ Илеш районы Исәмәт мәктәбенең VI синыфында белем ала. Бейергә, матур итеп һүрәт төшөрөргә әүәҫ. Башҡорт теле дәрестәрен түҙемһеҙлек менән көтөп ала. 

Афарин, Гүзәлиә! Һиңә уңыштар теләйбеҙ, "Йәншишмә"гә яҙышып тор.

Фото: Гүзәлиә элемтә бүлеге етәксеһе Инна Фәррәхова менән.

"Йәншишмә" менән дуҫлашты
"Йәншишмә" менән дуҫлашты
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: