– Беҙ татыу һәм берҙәмбеҙ. Мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнашып торабыҙ. Әкиәттәр ҡуйырға, йырҙар йырларға яратабыҙ. Төрлө изгелек акцияларынан да ситтә ҡалмайбыҙ. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ағайҙарға хаттар яҙабыҙ. Ололарға селтәр үрергә лә ярҙамлаштыҡ әле.
Синыф етәксебеҙ Миләүшә Азамат ҡыҙы Юлдашбаева ла гел дәртләндереп кенә тора.
Иң мөһиме, Еребеҙгә тиҙерәк тыныслыҡ килһен! – ти бер тауыштан Ярат уҡыусылары.
Ишмырҙа мәктәбенең VIII һәм VII синыф уҡыусылары ла (етәкселәре – Гөлнара Әбдрәхмән ҡыҙы Сапарова, Рәмил Йәноҙаҡ улы Сәлихов) хәҙер аҙна һайын гәзит алып һөйөнә.
– «Йәншишмә» гәзитенең «Яҙыл да бүләк от!» акцияһына был ике синыф уҡыусылары ихлас ҡушылды. Улар башҡа төрлө сараларҙа ла әүҙемдәр. Мәҫәлән, уҡыу алдынғыһы Илгинә Хажиәхмәтова Уҡытыусы һәм остаз йылына арналған «Мәктәптәге күңелле мәлдәр» фотобәйгеһендә призёр булһа, Илсиә Нурғәлина «Уҡытыусыларға әйтер һүҙем» шиғыры менән «Тел асҡысы» исемле район конкурсында еңеп сыҡты. Руслана Шәйәхмәтова район башлығы Шыршы байрамына барып ҡайтты.
Балаларҙың әүҙем, тырыш булыуҙарында, әлбиттә, атай-әсәйҙәрҙең тәрбиәүи роле бик ҙур. Артабан да мәктәп менән бәйләнеш ептәре өҙөлмәһен, – ти тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары Гөлфиә Хажиәхмәтова.
Зөһрә ХӘКИМОВА.