+1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Шағирә Рәзилә Рыҫҡужина: «8 Март һайын «Башҡортостан пионеры»ндағы шиғырым иҫкә төшә»

Шағирә Рәзилә Рыҫҡужина социаль селтәрҙәге сәхифәһендә: «8 Март һайын «Башҡортостан пионеры»ндағы шиғырым иҫкә төшә», – тип яҡты хәтирәләре менән уртаҡлашҡан һәм 1988 йылдағы байрам һанының беренсе битенең һүрәтен ҡуйған.

Шағирә Рәзилә Рыҫҡужина: «8 Март һайын «Башҡортостан пионеры»ндағы шиғырым иҫкә төшә»
Шағирә Рәзилә Рыҫҡужина: «8 Март һайын «Башҡортостан пионеры»ндағы шиғырым иҫкә төшә»

– Ул көн бала саҡтың бер мөғжизәле мәле булып иҫтә ҡалған. Элек 8 Март етһә, ғәҙәттә, буран сыға торғайны. Мине байрам уңайынан Сибайҙағы интернаттан ауылға алып ҡайтҡайнылар. Тауҙа шыуып йөрөһәм, әсәйем йүгереп сыҡты ла: «Ҡайт әле, ҡайт!» – тип саҡыра. Өйгә инһәм, күршеләр йыйылып киткән. Һәр береһенең ҡулында – «Башҡортостан пионеры»ның байрам һаны. Эй, ҡыуаналар, мине маҡтайҙар. Мин, әле генә уйнап ингән бала, нимә булғанын аңлап та етмәйем. Әсәйем йәһәт кенә ашъяулыҡ йәйеп, сәй ултыртып ебәрҙе. Беренсе шиғырымдың беренсе тапҡыр гәзиттә сығыуы оло байрамға әйләнгәйне, – ти шағирә.

Рәзилә Ишбулды ҡыҙы Баймаҡ районының Йәнйегет ауылында тыуып үҫкән. Бөгөн ул байтаҡ китап авторы, шағирә, яҙыусы, сатирик булараҡ билдәле. Ул саҡтағы «Башҡортостан пионеры» гәзите иһә 1991 йылдан алып «Йәншишмә» исеме менән сыға.

 

 

Шағирә Рәзилә Рыҫҡужина: «8 Март һайын «Башҡортостан пионеры»ндағы шиғырым иҫкә төшә»
Шағирә Рәзилә Рыҫҡужина: «8 Март һайын «Башҡортостан пионеры»ндағы шиғырым иҫкә төшә»
Автор:Нурзиә Хәсәнова
Читайте нас: