+1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Барыһы ла һеҙҙең ҡулда!

Баш ҡалала «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2024 » төбәк-ара бәйгеһе үтте. Еңеүсе исеменә Баймаҡ районы Иҫке Сибай мәктәбенән Азалиә Вәрис ҡыҙы Ибраһимова лайыҡ булды. Ә финалға сыҡҡан лауреаттар араһында элекке йәш хәбәрсебеҙ, Йылайыр районы Һабыр ауылы ҡыҙы Зарина БАҒЫШАЕВА ла бар. Уның уңышына һөйөнәбеҙ, ихлас ҡотлайбыҙ. Әйҙәгеҙ, үҙен тыңлайыҡ.

Барыһы ла һеҙҙең ҡулда!
Барыһы ла һеҙҙең ҡулда!

«Йәншишмә» гәзите менән бала сағымдың иң яҡты хәтирәләре бәйле. Көн һайын тиерлек уға ҡулдан семәрләп, биҙәкләп хаттар яҙа торғайным. Шиғырҙарымды, нәҫерҙәремде, мәҡәләләремде балаларса ихласлыҡ менән редакцияға ебәрә инем. Шул йылдарҙа яҙған шиғырымдан бер өҙөк килтерәм:
«Йәншишмә»гә яҙылығыҙ,
Алдырығыҙ, уҡығыҙ!
Һәр өйҙөң түрендә булһын
Ошо яҡын дуҫыбыҙ!
Ғөмүмән, тел-һүҙ ҡәҙерен белеү ана шулай хат яҙыу аша ла, китаптар, гәзит-журналдар уҡыу ярҙамында ла күңелемә һеңде.
Телгә, әҙәбиәткә һөйөүҙең күңел түремдә бөрөләнеүендә «Йәншишмә» гәзитенең дә роле баһалап бөткөһөҙ ҙур. Редакцияла эшләгән Зөһрә апай Ҡотлогилдина, Зөбәржәт апай Миңлебаева һәм Хәлиҙә апай Чембарисоваларҙан алған хат-сәләмдәрҙе әле булһа изге ҡомартҡылай һаҡлайым. Улар ижадҡа тағы ла нығыраҡ дәртләндерҙе, тағы ла ҙурыраҡ киңлеккә сығырға иңгә ҡанаттар үҫтерҙе.
Эш юлымды үҙем дә, журналист булараҡ, «Аманат» журналында башлап ебәрҙем. Хат яҙған ҡыҙҙар-малайҙар ижадында бала сағымдың һынын күреп, илһамланып эшләнем. Күңелемдәге илһам сатҡыһын уларға таратырға тырыштым.
Хәҙер инде бөтөнләй икенсе юҫыҡта эшләйем. Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетының Өфө филиалы колледжында студенттарға белем бирәм. Урыҫ теле һәм әҙәбиәте, башҡорт теле, телмәр мәҙәниәте фәндәренән уҡытам.
Быйыл «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2024» конкурсында ҡатнашырға йөрьәт иттем. Был мәртәбәле бәйгелә мин 1-се турҙа «Барыһы ла һинең ҡулда» тигән темаға асыҡ дәрес күрһәттем, һөнәри компетенцияларҙы асыҡлау һынауын үттем һәм Өфө сауҙа-иҡтисад колледжы студенттары менән «Матурлыҡ донъяны ҡот­ҡарыр» темаһына әңгәмә ҡорҙом. Икенсеһендә «Башҡорт телен уҡытыуҙа ижади алымдарҙы ҡулланыу» буйынса оҫталыҡ дәресе уҙғарҙым. Ә хәл иткес 3-сө турҙа матбуғат конференцияһында ҡатнашып, төрлө һорауҙарға тапҡыр яуап бирергә тырыштым. Һөҙөмтәлә, конкурста ҡатнашыусыларҙың иң яҡшы бишәүһе иҫәбендә лауреат исеменә лайыҡ булдым.
Быларҙың барыһын да ни өсөн һеҙгә һөйләйем, тиһегеҙме, хөрмәтле йәш дуҫтарым? Һәр кешенең үҙенең күңеленә ятҡан, яратҡан һөнәре булырға тейеш. Шуға ынтылыш бала саҡтан уҡ формалашһа, яҡшы. Ә үҙ булмышыңды табыуҙа иң тәү сиратта туған телеңде, Тыуған илеңде һөйөү мөһим.
Уҡыусының күңелендә киләсәккә ышаныслы илткән нурлы күперҙе уҡытыусы үҙ хеҙмәте менән булдыра. Ошо һоҡланғыс һөнәр эйәләренә, үҙемдең тыуған Һабыр ауылы уҡытыусыларына арнап һеҙҙең һымаҡ мәктәптә белем алған сағымда «Бөйөк исем» тигән шиғыр ҙа яҙғайным:
Һәйкәл ҡуйыр инем һеҙҙең өсөн,
Йәлләмәйсә һис хәләл көсөм.
Яҙыр инем алтын хәреф менән:
«Уҡытыусы – шундай бөйөк исем!»

«Уҡыусылар – ҡошсоҡтарым минең,
Йөрәк йылым бары улар өсөн», –
Тип ҡабатлай хисле күңелегеҙ,
Һүндермәй ул изге өмөтөн.
Хәҙер үҙем дә ошо изге һөнәр эйәһемен, Аллаға шөкөр. «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2024» конкурсында ҡатнашыу был эшемде дауам итеүгә тағы ла нығыраҡ дәртләндереп, ҡанатландырып ебәрҙе, тәжрибә лә тупланым. Иңгә оло яуаплылыҡ та ята: ошо һөнәргә артабан да тоғро ҡалып, телебеҙ, илебеҙ, тип илһамланып йәшәр йәш быуынды тәрбиәләү – беҙҙең хеҙмәттең төп маҡсаты.
«Йәншишмә»не уҡыусы йәш дуҫтарым! Һәр ваҡыт уй-хыялдарығыҙға, изге маҡсаттарығыҙға ынтылып йәшәгеҙ! Барыһы ла һеҙҙең ҡулда!

Зарина БАҒЫШАЕВА-НАЗЫРОВА.

Барыһы ла һеҙҙең ҡулда!
Барыһы ла һеҙҙең ҡулда!
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: