+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Азат Бадранов та акцияға ҡушылды

"Изге подписка" акцияһына Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Азат Бадранов та ҡушылып, махсус хәрби операциялар ҡатнашыусылар ғаиләләренә бер нисә республика, район, балалар баҫмаһына подписка бүләк итте.

Азат Бадранов та акцияға ҡушылды
Азат Бадранов та акцияға ҡушылды

- Үҙебеҙҙең яугирҙарға бөтә йүнәлештәрҙә, шулай уҡ рухи яҡтан да ярҙам итергә кәрәк, - тигән фекерҙә ул.

 Дуҫтар, һеҙ ҙә республикабыҙ баҫмаларына үҙегеҙ өсөн яҙыла йәки кемгәлер бүләк итә алаһығыҙ. Совет майҙанында барған "Китап байрамы"нда Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап" нәшриәте стенды янында ойошторолған акцияға рәхим итегеҙ. Киске сәғәт 6-ла ярты йылға гәзит-журналға яҙылыусылар араһында бүләктәр ҙә уйнатыла.

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: