+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Гөлназ Флүр ҡыҙы ”Йәншишмә”ле булды

Көйөргәҙе районы Рәшит Солтангәрәев исемендәге Яңы Таймаҫ гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлназ Флүр ҡыҙы Әҙеһәмова:”Беҙ яратҡан гәзитебеҙ “Йәншишмә”гә  гел яҙылабыҙ.  Гәзит  – ижадҡәр шәхес  үҫтереү майҙаны бит ул. Баҫмала уҡыусыларым үҙ ижад емештәрен  сығарып тора. Быға барыбыҙ ҙа ҡыуанабыҙ. Гәзитһеҙ – донъя йәмһеҙ!” – ти ул.

Гөлназ Флүр ҡыҙы ”Йәншишмә”ле булды
Гөлназ Флүр ҡыҙы ”Йәншишмә”ле булды

"Китап-байрам" II халыҡ-ара китап йәрминкәһендә "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәте ойошторған "Изге подписка"  дауам итә! Байрамда ташламалы хаҡҡа республикабыҙҙың төрлө гәзит-журналдарына  яҙылырға мөмкин.  Тағы ла баҫмаларға яҙылыусылар араһында  бөгөн дә бүләктәр  уйнатыласаҡ.

 Әйткәндәй, “Йәншишмә”  гәзитенә яҙылыу хаҡы – 582 һум 24 тин. Индексы – П2765.

Әйҙәгеҙ, дуҫтар, байрамға килеп, яратҡан гәзитебеҙгә  яҙылайыҡ!

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: