+1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Ейәнем өсөн алдырам

Йылдар үткән һайын үҙемдең бала сағымды һағынам. Иҫкә алырлыҡ матур булды ул. Совет осоронда йәшәнем, ишле ғаиләлә үҫтем. Ағай­ҙарым, ҡустыларым менән һәр көнөбөҙ ҡыҙыҡлы, файҙалы үтте.

Ейәнем өсөн алдырам
Ейәнем өсөн алдырам

Ә бына атайым менән әсәйемдең бала саҡтары ауыр йылдарға тура килә. Уҡыу эләкмәй уларға, бәләкәйҙән эшкә егелеп үҫәләр. Атайым бөтөнләй уҡымаған. Әсәйем өс синыф ҡына тамамлай алған. Шулай булһа ла, буш ваҡыттарында ул ҡулынан гәзит-журнал төшөрмәне.
– Беҙгә уҡыу эләкмәне. Һеҙ бәхетле! Белем алыу өсөн бөтә мөмкинлек тә бар, – тип әйтә торғайны әсәйебеҙ.
Үҙе китап, гәзит-журнал уҡырға ярат­ҡас, беҙҙе лә шуға өйрәтте. Аҡсаһын йәлләмәне, өйөбөҙгә ниндәй генә баҫмалар килмәй торғайны! «Совет Баш­ҡортостаны», «Ленинсы», «Башҡорт­остан ҡыҙы», «Ағиҙел», «Һәнәк», «Физкультура и спорт», «Башҡортостан пио­не­ры», «Пионер» – бер ҡосаҡ гәзит-журнал...
Хәҙер ҙә онотмайбыҙ был матур йоланы. Үҙебеҙ ғаилә ҡороп йәшәй башлағас, балаларыбыҙҙы «Аҡбуҙат»­ты, «Аманат»ты һәм «Йәншишмә»не уҡыу­ҙан мәхрүм итмәнек. Ҙур ҡыҙыбыҙ Айгөл бигерәк әүҙем булды. «Йәншиш­мә»не ныҡ яратты. Гәзитте уҡып ҡына ҡалманы, мәҡәләләрен, шиғырҙарын ебәрә, редакция үткәргән бәйгеләрҙә ҡатнаша торғайны. Уға «Йәш хәбәрсе» исемен биргәстәр, бөтә ғаиләбеҙ менән ҡыуандыҡ.
Балаларыбыҙ әле барыһы сит яҡтарҙа. Ҡатыным менән генә ҡалдыҡ ауылда. Икебеҙ ҙә уҡытыусыларбыҙ. Ә «Йәншишмә»нән айырылған юҡ. Почтаға барып гәзиткә яҙылғанда:
– Һеҙҙең бәләкәй балаларығыҙ юҡ. «Йәншишмә»не ни өсөн алдыраһығыҙ? – тип һорайҙар.
– Ейәнем Арыҫлан өсөн, – тип яуап бирәм.
Айгөл ҡыҙыбыҙҙың улы ул. Өс йәше тулған ейәнем хәрефтәрҙе таный, һандарҙы белә, яҙырға өйрәнеп килә. Һүрәт төшөрөргә, бейергә, йырларға ярата. Күҙ теймәһен инде үҙенә!

Арыҫландың беҙгә килеүен һағынып көтөп алабыҙ. Уның менән йыйылып киткән «Йәншишмә»ләрҙе бергәләп ҡарап сығабыҙ. Мин ейәнемә ҡыҙыҡлы әкиәттәрҙе, шиғыр­ҙарҙы уҡыйым. Икәүләп ребустарҙы сисәбеҙ, гәзиттәге һүрәттәрҙе күрһәтәм. Уны шулай «Йәншишмә» менән таныштырам.
«Беҙгә уҡыу эләкмәне. Һеҙ бәхетле!» – әсәйемдең ошо һүҙҙәрен ғүмерем буйы онотманым. Мин үҙем – өс уҡыу йортон тамамлаған хеҙмәт ветеранымын. Рәсәй Федерацияһының почётлы уҡытыусыһымын.
Арыҫлан ейәнем дә белемле, тырыш булып үҫер, тип ышанам. Хоҙай һаулыҡ ҡына бирһен! Илебеҙ тыныс торһон!
Почтаға барып, «Йәншишмә»гә тағы ла яҙылып сыҡтым. Ул беҙҙең ғаиләнең тоғро дуҫына әйләнде. Гәзитте уҡып, үҙемдең бала сағым, мәктәп йылдарым иҫкә төшә. Хистәргә бирелеп кит­һәм, эргәлә генә «тататай» тигән тауыш ишетелә. Ейәнем Арыҫландыҡы ул! Бына шул үҙе бәхет түгелме? Тормош алға бара, «Йәншишмә»беҙ йәшәһен!

Илдар ЮНЫСОВ, ветеран-уҡытыусы.
Хәйбулла районы, Ғәлиәхмәт ауылы.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: