-4 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Балаларға байрам бүләк иттек

Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә "Арт-КВАДРАТ" ҡала үҙәгендә "Мин башҡортса һөйләшәм" фестивале гөрләне.

Балаларға байрам бүләк иттек
Балаларға байрам бүләк иттек

Бар ерҙә күңелле уйындар, кескәйҙәр өсөн сығыштар, бүләктәр — бәләкәстәрҙең, көндөң ныҡ ҡыҙҙырыуына ҡарамаҫтан, ҡайтҡыһы килмәүе тәбиғи ине!

"Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йортоноң майҙансығынан да кеше өҙөлмәне. "Аҡбуҙат", "Аманат", "Әллүки" журналдары һәм беҙ, "Йәншишмә"ләр, балалар өсөн төрлө уйындар тәҡдим иттек. Дуҫтарыбыҙға гофр ҡағыҙҙан сәскә эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе, республика чемпиондары менән шашка уйыны бик оҡшаны. "Башҡортостан" үҙәк шашка клубы ағзалары София Вәлишина (Өфөнөң 160-сы лицейы уҡыусыһы), Мәҙинә Ноғоманова (40-сы мәктәп) һәм Мәҙинә Әхмәтшина (Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы) ярҙамында үткәрелгән турнирҙа ҡатнашырға теләүселәр шул тиклем күп булды! Һәр дуҫыбыҙға баҫмабыҙҙың яңы һандарын, календарҙарын тараттыҡ. Сағыу, йөкмәткеле гәзитебеҙ менән ҡыҙыҡһыныусылар ҙа артты: бер нисә ғаилә икенсе ярты йыллыҡҡа яҙылды.

Башҡа майҙансыҡтарҙа ла аяҡ баҫырлыҡ урын булманы тиерлек. Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры артистары сығышы һәр кемдең күңеленә хуш килде. Әкиәт геройҙары (Төньяҡ амурҙары, Фиксиктар...) менән һөйләшергә, фотоға төшөргә теләүселәр күп ине. Был байрамдан һәр кем ҡәнәғәт ҡайтты.

АВТОР фотолары. 

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: