+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Дуҫтар, байрамға килегеҙ!

11 июндә Өфөлә Матбуғат йорто алдындағы майҙанда “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто матур сара – Матбуғатҡа яҙылыу көнө үткәрә. Унда  гәзит һәм журналдарға яҙылып,  ҡиммәтле приз отоу мөмкинлегенә эйә буласаҡһығыҙ. Иң төп приз – велосипед!

Дуҫтар, байрамға килегеҙ!
Дуҫтар, байрамға килегеҙ!

Сарала билдәле артистар һәм эстрада йондоҙҙары сығыш яһай. Шулай уҡ халыҡ кәсептәре күргәҙмәләре үтәсәк. Ҡул оҫталары эштәрен тәҡдим итәсәк.

“Йәншишмә” гәзите лә үҙенең тоғро гәзит уҡыусыларын көтә.

Сара 11.00 сәғәттә башлана.

Шулай уҡ 10 - 20 июндә республикала гәзит-журналдарға ташламалы хаҡ буйынса яҙылырға мөмкин.

“Йәншишмә”гә ярты йылға яҙылыу хаҡы – 582 һум 24 тин. Индексыбыҙ – П2765.

 

Фото: З. Хәкимова.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: