0 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Шаулап-гөрләп уҙҙы байрам

   14 – Башҡортостан Республикаһы  Матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнө. Ошо айҡанлы Матбуғат йорто алдында “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто ойошторған Матбуғатҡа яҙылыу көнө  булды.

Шаулап-гөрләп уҙҙы байрам
Шаулап-гөрләп уҙҙы байрам

 Майҙан  гәзит-журнал уҡырға яратҡан дуҫтарыбыҙ менән гөрләп торҙо. Улар гәзит һәм журналдарға яҙылып ҡына ҡалманы, ә матур концерт ҡарап кинәнде. Билдәле эстрада йондоҙҙары  Нәзифә Ҡадирова, Ғәли Алтынбаев, Артур Туҡтағолов, Харис Шәрипов, Венера Юлгилдина, Заһир Шәйәхмәтов һәм Руслан Зөлҡәрнәевтәр сәхнәне сағыу сығыштар менән биҙәне. Ә гәзитебеҙ исеменән Өфө ҡалаһының “Аҡбуҙат” 75-се башҡорт балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе, “Аҡ ҡанаттар” халыҡ-ара конкурсы лауреаты Йәсминә Лоҡманова   ”Таң ҡыҙы” бейеүен башҡарҙы. Ул үҙенең һоҡланғыс бейеүе менән барыһын да таң ҡалдырҙы. Йәсминәне оҙаҡ алҡышлап, ҡул сапты ҡунаҡтар.  Үҙен “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йортоноң Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнеләр. Күҙ теҙмәһен, афарин!   Әйткәндәй, был көндө хеҙмәткәребеҙ Лилиә Раил ҡыҙы Фазлетдинова ла Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин исеменән Рәхмәт хаты алып ҡыуанды. Ҡотлайбыҙ!

     Килгән ҡунаҡтарыбыҙ араһынан Башҡортостан Республикаһының мәғарифты үҫтереү институты ректоры Әлфис Ғаязов, “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһының радиотапшырыуҙар студияһының баш мөхәррире Тәнзилә Үлмәҫбаева һәм “Ашҡаҙар” радиоһы алып барыусыһы, өлкән мөхәррире Фәнүзә Баһауетдинова “Йәншишмә” гәзитен туған мәктәптәренә яҙҙырҙы. Барыһына ла рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ.

Шулай итеп, байрамға килгән дуҫтарыбыҙ күңел асып, гәзитле лә, бүләкле лә булып өйҙәренә таралышты.

Шаулап-гөрләп уҙҙы байрам
Шаулап-гөрләп уҙҙы байрам
Шаулап-гөрләп уҙҙы байрам
Шаулап-гөрләп уҙҙы байрам
Шаулап-гөрләп уҙҙы байрам
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: