+1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Мин бәхетле!

Быйылғы уҡыу йылы минең өсөн уңышлы булды. Беренсенән, яңы белем усағына – полилингваль мәктәпкә уҡырға күстем. Яңы уҡытыу­сылар, яңы синыфташтар, балҡып торған яңы уҡыу бүлмәләре... Икенсенән, етәксем Айгөл Рәшит ҡыҙы Рәсембәтова менән мәртәбәле өс фәнни-ғәмәли конференцияла ҡатнашып, призлы урындар яуланыҡ.

Мин бәхетле!
Мин бәхетле!

Өфөләге полилингваль смарт-мәктәптә үткән конференция минең өсөн үтә иҫтә ҡалырлыҡ булды: беренсе урын алып, Алиса аҡыллы колонкаһы менән бүләкләндем. Был уңыш мине дәртләндерҙе, үҙ көсөмә ышанысты нығытты. Ә районда «Йыл уҡыусыһы» исеменә һәм яҡташыбыҙ, профессор Вилә Искәндәр ҡыҙы Баймырҙина премияһына лайыҡ булыу тормошҡа ашмаҫ хыял кеүек ине. Мин бәхетле! Был теләктәрем ҡабул булды!
Ә каникулымдың бер көнөндә мәктәбебеҙгә «Йәншишмә»нән ҡунаҡтар килеп төштө. Миңә гәзиттең баш мөхәррире Мирсәйет Юнысов «Йәш хәбәрсе» танытмаһын тапшырҙы. Был көндө нисек ҡыуанғанымды күрһәгеҙ! Әсәйемдең дә, балалар моделле китапханаһы ҡарамағындағы «Йәш хәбәрсе» түңәрәге етәксеһе Сәлимә Байгилдина апайҙың да йөҙҙәре ҡояштай балҡый ине.
Танытманы тапшырғанда:
– Йәш хәбәрсе исемен алыуың менән ҡотлайым. Әммә шуны онотма: хәҙер һиңә, Зөлхизә, яуаплылыҡ та өҫтәлә. Редакция үткәргән бәйгеләрҙә һынатма, тағы ла әүҙемерәк яҙышып тор, йәме. Беҙ һиңә ышанабыҙ, – тине баш мөхәррир.
Ҡунаҡтар «Дуҫлыҡ» көндөҙгө ял лагерына йөрөүселәр менән дә осрашты. Бергәләп бөйөк шағирыбыҙ Александр Пушкиндың 225 йыллығына арналған шиғыр һөйләү конкурсын ҡараныҡ.
Алда беҙҙе күңелле ял көтә. Мин ике аҙнаға «Йәйләү» лагерына йыйынам. Яңы мәҡәләләр көтөп ҡалығыҙ, мин бит хәҙер йәш хәбәрсе!

Зөлхизә ИСҠУЖИНА, йәш хәбәрсе.
Хәйбулла районы, Аҡъяр ауылындағы 3-сө күп профилле полилингваль мәктәп.

Мин бәхетле!
Мин бәхетле!
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: