Балаларҙың ял итеү программаһы алдан уҡ төҙөлә, ҡыҙыҡлы саралар үтә. Хеҙмәткәрҙәр тырышып эшләй, ял иҫтәлектәргә бай булһын өсөн күп көс һала улар.
Ошо көндәрҙә балалар өсөн тағы бер осрашыу булды. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Марсель Сәлимовтың 75 йәшлек юбилей уңайынан сатира һәм юмор фестивале уҙҙы. Был сарала «Һәнәк» юмористик журналының элекке баш мөхәррире Марсель Шәйнур улы Сәлимов һәм хәҙерге етәксеһе Илгиз Вәкил улы Ишбулатов ҡатнашты.
Уның төп ойоштороусылары – Дүртөйлө ҡала китапханаһы һәм Башҡортостан «Хазина» хәйриә һәм мәҙәни программалар үҙәге» йәмәғәт ойошмаһы. Ҡала китапханаһы мөдире Алһыу Әбүзәр ҡыҙы Әхмәтова һәм «Хазина» үҙәге рәйесе Ләлә Нурислам ҡыҙы Мөкминова балаларҙа әҙәбиәткә һәм сәнғәткә һөйөү тәрбиәләй. Сәхнәгә сыҡҡан ҡыҙҙар һәм малайҙар Марсель Шәйнур улы ижад иткән шиғырҙарҙы һөйләне. Уның һүҙҙәренә яҙылған, Радик Динәхмәтов башҡарған «Балыҡсы» йыры ла яңғыраны.
Юбилей байрамын ойоштороусыларға, килгән ҡунаҡтарға, лагерҙа ял итеүсе балаларға Марсель ағай автограф менән бүләктәр таратты.
Раушания ИСХАҠОВА.
Ханты-Мансийск ҡалаһы.