Гәзит-журналдарға яҙылыу ваҡыты еткәс, һәр йылдағыса, иң беренсе булып үҙем яҙылып ҡуйҙым. Хәҙер мәктәбебеҙҙә «Йәншишмә» күптәрҙең яратҡан дуҫына әйләнде. Йәйләү ауылы мәсете мәзине хажи Миңлеразый хәҙрәт, Исәмәт ауылы имам хатибы Дәйсән хәҙрәт, хаҡлы ялдағы уҡытыусы Фаягөл Шәмсетдин ҡыҙы Насретдинова, Афған һуғышы яугиры, «Ләйсән» магазины хужаһы Игел Фәйез улы Кәбиров менән уның тормош иптәше Гөлсәсәк Фәнзил ҡыҙы беҙҙең мәктәпкә, балалар социаль приютына, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарҙың балаларына «Йәншишмә» гәзитенә подписка бүләк итте. Был киң күңелле кешеләргә рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, сәләмәтлек теләйбеҙ.
Шулай уҡ бишенселә уҡыған дүрт уҡыусым «Йәншишмә»гә – синыф менән!» акцияһына ҡушылды. Алла бирһә, алдағы йылдың ғинуарынан яратҡан гәзитебеҙҙе алдыра башлайбыҙ. Бергә булдыҡ, бергә ҡалабыҙ!
Лариса СӘХИБГӘРӘЕВА,
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Илеш районы,
Исәмәт мәктәбе.