– Балаларыбыҙҙы бәләкәйҙән эшкә өйрәтеп үҫтерәбеҙ, төрлө бәйгеләрҙә ҡатнашырға дәртләндереп торабыҙ, – ти әсәйҙәре Айгүзәл Илшат ҡыҙы Кәримова.
Уның йөҙө ҡояштай балҡый ине. Бүләкләү тантанаһына ашҡынып килеп еткәйне.
– Үҙем дә бәләкәйҙән әүҙем булдым. «Йәншишмә»не, «Аманат»ты уҡып үҫтем. Шиғыр яҙа торғайным. Районда китабым да сыҡты.
Мәктәптә уҡыған сағымда бигерәк тә башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен көтөп ала инем. Уҡытыусыларым Әлфирә Рафаэль ҡыҙы Абдуллина, Рәшиҙә Факил ҡыҙы Ғайсарова ярҙамы менән төрлө конкурстарҙа уңышҡа ирешкәнем бар. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән район олимпиадаһында еңеүсе булдым, республика финалына сыҡтым. Рәми Ғарипов ижадына арналған бәйгелә Башҡортостан буйынса өсөнсө урын алып һөйөндөм, – тип үҙе тураһында һөйләне Айгүзәл Илшат ҡыҙы.
Ул биш бала әсәһе икән. Тағы өс йәшлек ҡыҙҙары Милана һәм бер йәш тә туғыҙ айлыҡ улдары Данил да бар ғаиләләрендә. Тормош иптәше Дамир Камил улы менән балаларын милләт бәҫен күтәреп, рухлы, тәртипле, эшһөйәр итеп тәрбиәләргә, уларға яҡшы әсәй, атай булырға тырышалар.
Әсәнән күргән – тун бескән, тиҙәр. Балаларының тырыш, әүҙем булыуҙары Айгүзәл Илшат ҡыҙынан икәнен белдек. Илгинә, Илнара, Илизә лә әсәйҙәренән өлгө ала. Улар бәхетле, эргәләрендә әйҙәп, дәртләндереп тороусылары бар.
М. СӘЙЕТОВ.
Архангел районы, Ҡыҫынды ауылы.
Илмир ҒӘЙНУЛОВ фотоһы.