1. Гәзитте нисәнсе синыфтан алдыраһың?
2. Уның йөкмәткеһе һиңә оҡшаймы?
3. Ниндәй теләк-тәҡдимдәрең бар?
4. «Йәншишмә»не синыф сәғәттәрендә, дәрестәрҙә файҙаланаһығыҙмы?
5. Ниндәй әҙәби әҫәрҙәр баҫылыуын теләйһең?
6. Махсус биттәрҙең ҡайһылары һиңә нығыраҡ оҡшай?
7. Ниндәй яңы рубрикалар тәҡдим итер инең?
8. Гәзит биттәрендә ҡайһы күренекле шәхестәр менән осрашҡың килә?
9. Ҡайһы журналистың йәки йәш хәбәрсенең яҙғандарын яратып уҡыйһың?
10. Гәзит биттәрендә нимәләр хаҡында күберәк уҡырға теләйһең?
11. «Йәншишмә»лә тағы ниндәй яңы конкурстарҙа ҡатнашҡың килә?
12. Уның тиражын – алдырыусылар, уҡыусылар, яҙылыусылар һанын арттырыу өсөн нимәләр эшләргә була, тип иҫәпләйһең?
13. Гәзиттең киләсәген нисек күҙ алдына килтерәһең?
Һеҙҙән яуаптар көтәбеҙ. Теләк-тәҡдимдәрегеҙҙе юбилейға тиклем гәзитебеҙҙең һәр һанында баҫтырып барасаҡбыҙ. Һеҙҙең яуаптарығыҙ журналистарҙың эшен йәнләндерергә, гәзитте тағы ла йөкмәткелерәк, ҡыҙыҡлыраҡ сығарырға ярҙам итер, тигән өмөттә ҡалабыҙ.
Исем-фамилияғыҙҙы, ҡайһы райондан, ауылдан һәм мәктәптән булыуығыҙҙы тулыраҡ итеп яҙып ебәрегеҙ.