VI синыфтың етәксеһе Рәмзиә Сәлимйән ҡыҙы Ғәлиуллина һәм уның биш уҡыусыһы алдағы йылдан «Йәншишмә»не алдырасаҡ. Уларға рәхмәт әйтәбеҙ. Үҙҙәренең дә ижад емештәрен, яңылыҡтарын ебәреп тороуҙарын теләйбеҙ. Гөлзиә Мырҙағолова, Фирзинә Ғәлиуллина, Әлиә Хәйбуллина, Азалиә Кульчикова, Илдус Үтәғолов үҙ-ара бик татыуҙар, ярҙамсылдар. Тырышып уҡыйҙар. Мәктәптә үткән һәр сарала әүҙем ҡатнашалар. Дежур итеүме, өмә үтәме – бөтә эшкә яуаплы ҡарайҙар. Фирзинә – һүрәт төшөрөү, Илдус ро! бототехника буйынса конкурстарҙа ҡат- нашып, гел уңыштарға өлгәшә.
2025 йылда 95 йәшен билдәләйәсәк республика балалар һәм үҫмерҙәр гәзите менән дуҫлашыуығыҙға бик шатбыҙ. «Йәншишмә»не бергәләп сығарайыҡ, уҡыусылар!