+22 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
25 Декабрь 2024, 07:06

Уйландырһын, бай йөкмәткеле булһын

Дуҫтар, юбилей айҡанлы бирелгән анкета һорауҙарына яуаптар көтәбеҙ! Гәзитебеҙ дуҫы Зөһрә Ялсыҡаева ла "Йәншишмә"беҙ хаҡында уй-фекерҙәрен яҙып ебәргән.

Уйландырһын, бай йөкмәткеле булһынУйландырһын, бай йөкмәткеле булһын
Уйландырһын, бай йөкмәткеле булһын

«Башҡортостан пионеры»на әнейем беҙгә, апайым менән икебеҙгә, мәктәпкә уҡырға барғас та яҙҙырғайны. Ул гәзит менән хәҙер беҙ 70 йыл дуҫ. Бишенсе синыфтан алып үҙем дә яҙыша башланым. Бөгөн дә «Йәншишмә»нең бер һанын да ҡалдырмай уҡып барам. Баҫманың 95 йыллығына арнап анкета һорауҙары бирелгәс тә, уҡыусыларҙың, уҡытыусылар­ҙың яуаптары, элекке шикелле, күпләп килер, тип уйлағайным. Гәзитте уҡыйҙармы, оҡшаталармы, берәй тәҡдимдәре булырмы, тип көтһәм дә, өмөтөм аҡланманы. Шуға түҙмәй, үҙем яуап яҙып ебәрергә булдым. «Йәншишмә»гә тулы анализ яһап тормайым, ҡайһы бер теләк-тәҡдимдәремде генә еткерәм.
Ғәҙәт буйынса, баҫманы ҡулға алыу менән уйландырырлыҡ, проблема күтәргән, бәхәс тыуҙырған мәҡәләләр эҙләйем. Ошо йәһәттән Хәлил Һөйөндөков кеүек авторҙар менән бәйләнеште артабан да өҙмәҫкә кәңәш итер инем. Төрлө темалар буйынса уға тәҡдимдәр менән мөрәжәғәт итһен ине редакция хеҙмәткәрҙәре. Гәзитте ҡулдан-ҡулға таратып уҡырлыҡ фәһемле яҙмалар кәрәк.
«Тәрбиә мәктәбе»нең дә әһәмиәте ҙур. Элек уҡытыусылар уның буйынса синыф сәғәттәре үткәреп, һөйләшеүҙәр ойоштора ине. Һәр уҡыусы үҙ фекерен әйтеп, бәхәс тә ҡора торғайнылар. Әле шул дауам итәме икән? Уҡыусылар, уҡытыусыларҙан шул хаҡта фекерҙәрен белге килә.
Күренекле яҙыусылар менән әңгәмәләр ҙә йышыраҡ баҫылһын ине. Мәҫәлән, ике оло әҙибебеҙ – башҡорт халҡының тарихы тураһында үткән быуаттарҙан алып әлеге көнгә тиклем әҫәрҙәр яҙған, республикабыҙҙың тәүге Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов хаҡында документаль роман ижад иткән Ғәлим Хисамов һәм «Йәншишмә» гәзитенең махсус заказы буйынса «Ҡара ҡумта» исемле фантастик әҫәрҙәр серияһы яҙған, уҡыусыларҙың һорауҙарына яуап итеп уның дауамын ижад иткән Наил Ғәйетбаевтар үҙҙәренең 75 йәшлек юбилейҙарын билдәләне. Улар хаҡында ла гәзит биттәрендә уҡығы килгәйне. Бөгөнгө балаларға ла был яҙыусылар хаҡында яҡынданыраҡ белеү ҡыҙыҡлы булыр ине.
Эйе, яңыраҡ «Йәншишмә» Ғәлим Хисамовтың республикабыҙҙы байтаҡ йылдар етәкләгән күренекле йәмәғәт эшмәкәре Миҙхәт Шакировтың бала сағын һүрәтләгән әҫәренең бер өлөшөн баҫып сығарҙы. Шул уңайҙан автор менән әңгәмә лә ойошторолһа, уҡыусыларға ҡыҙыҡлыраҡ булыр ине, тигән фекерҙәмен.
Гәзит эшенә күберәк уйлы-фекерле уҡытыусылар ҙа йәлеп ителһен ине. Төрлө һөнәр эйәләре менән әңгәмәләр ҡороу ҙа балаларға киләсәк яҙмыштарын һайларға булышлыҡ итер.
Гәзиттең тоғро дуҫтары ­– Туймазы районының Серафимовка художество мәктәбе уҡыусылары менән яҡындан таныш­ҡы килә. Барып, уҡытыусыларын, уҡыу йортон күреп ҡайт­һағыҙ ине. Улар бит «Йәншишмә» ойошторған бер генә конкурстан да ситтә ҡалмай, әүҙем ҡатнаша. Кем улар шундай һәләтле уҡыусыларҙы тәрбиәләүселәр? Серафимовка балаларының һүрәттәрен күргән һайын гел шул хаҡта уйлайым.
Гәзит биттәрендә ниңәлер бер ҙә тәнҡит мәҡәләләре күренмәй. Әллә тормошобоҙҙа бер генә кире күренештәр ҙә юҡмы? Әллә тәнҡит мәҡәләләре яҙылыу тыйыламы? Бөтәһе лә ал да гөл түгел бит мәктәп тормошонда ла, уҡыусыларҙың үҙ-ара мөнәсәбәттәрендә лә. Беҙ күрмәмеш булыуҙан, ул хаҡта яҙмауҙан ғына хәлдәр үҙгәреп, яҡшырып китмәй бит, киреһенсә, хәл ҡатмарланасаҡ ҡына. Журналистар­ҙың үткер күҙле, тура һүҙле булыуҙарын, етешһеҙлектәрҙе урап үтмәүҙәрен теләр инем.
Гәзит эше – күмәк хеҙмәт емеше. Шуға һеҙҙең фекерегеҙҙе лә белге килә, ҡәҙерле уҡыусылар, уҡытыусылар, «Йәншишмә»не алдырып уҡып барыусылар.

Зөһрә ЯЛСЫҠАЕВА, хаҡлы ялдағы ветеран.
Өфө ҡалаһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас