+22 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
29 Декабрь 2024, 05:17

Яҙмышы "Йәншишмә" менән дә бәйле

Элекке йәш хәбәрсебеҙ, «Кызыл таң» гәзитенең баш мөхәррире Фаил ФӘТХЕТДИНОВҡа бөгөн– 60 йәш. 

Яҙмышы "Йәншишмә" менән дә бәйлеЯҙмышы "Йәншишмә" менән дә бәйле
Яҙмышы "Йәншишмә" менән дә бәйле

Танылған журналист, ғалим һәм йәмәғәт эшмәкәре Фаил Камил улы Фәтхетдиновтың яҙмышы «Йәншишмә» гәзите менән дә бәйле. Нисек, тиһегеҙме? Уның бала сағында әлеге балалар баҫмаһы «Башҡортостан пионеры» тип атала ине, ә Фаил ағайығыҙ гәзиттең йәш хәбәрсеһе була.
Фаил Фәтхетдинов Илеш районының Иштирәк ауылында колхозсылар ғаиләһендә тыуып үҫә. Бәләкәйҙән ата-әсәһенә йорт эштәрендә ярҙамлаша, тырышып уҡый, мәктәптәге барлыҡ сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Өсөнсө синыфта «Башҡортостан пионеры» гәзитенә тыу-ған ауылы мәктәбе тормошо хаҡында мәҡәлә яҙып ебәрә һәм ул баҫылып сыға. Бына шул шатлыҡлы ваҡиғанан һуң Фаилға редакцияла эшләгән һәм «Йәш хәбәрсе» мәктәбен ойоштороп, башлап яҙыусыларға журналистикала тәүге аҙымдарын яһарға, әҙәби ижад юлына алып сығыуҙа ярҙам итеүсе Зөһрә Ҡотлогилдинанан хат килеп төшә. Был уны тағы ла дәртләндереп, ҡанатландырып ебәрә. Редакцияға бер-бер артлы хаттар яуа башлай.
Етенсе синыфта уҡығанда Фаил «Баш-ҡортостан пионеры» гәзитенең комсомолдың 60 йыллығына бағышлап үткәргән конкурсында еңеүсе була. Уның ауыл комсомолецтарының көндәлек тормошо тураһындағы очергы иң яҡшыһы тип табыла. Йәш автор данлыҡлы «Артек» лагерына путёвка менән бүләкләнә. Шул саҡтарҙа уның нисек ҡыуанғанын күрһәгеҙ!
– «Башҡорт­остан пионеры»ның «Йәш хәбәрсе» мәктәбе минең тормошомда, киләсәгемдә мө­һим роль уйнаны. Ул журналистикала беренсе аҙымдарымды яһарға, тәжрибә туплауға ҙур өлөш индерҙе, арала­шыр­ға өйрәтте. Беҙ, йәш хәбәрселәр, бер-беребеҙ менән танышып, дуҫлашып киттек, хат алыштыҡ, семинарҙарҙа бергәләп ҡатнаштыҡ.
Әйткәндәй, «Артек»ка Башҡортостандан 50 кеше барҙыҡ. Арабыҙҙа гәзиттең йәш хәбәрселәре лә бар ине. Мәҫәлән, Рәшиҙә Мәһәҙиева (әлеге көндә «Ватандаш» журналының баш мөхәррире), Рәхимйән Игликов, Сафа Кәримов һәм башҡалар. Сменабыҙға илебеҙҙең төрлө тарафтарынан йәш хәбәрселәр йыйылды. Беҙ бер ғаилә булып журналистика серҙәрен өйрәндек, оҫталыҡ дәрестәре алдыҡ, тәжрибә туп­ланыҡ, стена гәзиттәре сығарҙыҡ, төрлө ҡыҙыҡлы сараларҙа ҡатнаштыҡ. Һәр көнөбөҙ файҙалы, күңелле үтте. Тәүге тапҡыр диңгеҙҙе, унда йөҙгән дельфиндарҙы, үҫеп ултырған бөкө ағасын күреү, яңы дуҫтар табыу, Айыу тауына менеү, әлбиттә, күңелдә мәңге онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар, хәтирәләр ҡалдырҙы, – ти Фаил Камил улы.
Һигеҙенсе синыфтан һуң ул Үрге Йәркәйҙәге 1-се интернат-мәктәпкә (хәҙерге 1-се башҡорт гимназияһы) уҡырға күсә. Фаил бында ла тырышып белем ала, үҙен бер ҙә һынатмай. Уҡыуын тамамлағас, райондың Ҡыҙылъяр мәктәбендә физкультура һәм хеҙмәт уҡытыусыһы булып эшләй. Һуңынан әрмелә хеҙмәт итә. Унан ҡайтҡас, уҡытыусылыҡ эшен дауам итә. Бер аҙҙан юғары уҡыу йортона инә һәм иң алдынғы студенттар­ҙың береһе була.
Фаил Камил улы 1991 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай һәм татар филологи­яһы кафедра­һында ассис­тент булып эшкә ҡала. Шул осорҙа XIV – XV бы­уат­тарҙа йәшәгән аҙ билдәле шағир Өмми Камал ижады менән ҡы­ҙыҡһына башлай. Бик күп уҡый, тәржемә итә, был эҙләнеү эштәре уға фән менән ныҡлап шөғөлләнергә этәргес бирә. Фаил Фәтхетдинов оҙаҡламай Өмми Камал ижадына бағышланған фәнни эш яҙа һәм филология фәндәре кандидаты исемен яҡлай.
Шулай ҙа бала саҡтан журналист һөнәре менән ҡыҙыҡһыныуы уны матбуғатҡа – яңы сыға башлаған «Өмет» йәштәр гәзитенә алып килә. 1994 йылда ул баш мөхәррир итеп тәғәйенләнә. Фаил Камил улы етәкселегендә был баҫма аяҡҡа ныҡлап баҫа, абруйы арта, йәш журналистар әҙерләүгә ҙур иғтибар бүленә.
Ә инде 2001 йылдан ул – «Кызыл таң» гәзитенең баш мөхәррире. Фаил Камил улы, оҫта етәксе булыуҙан тыш, яңылыҡ индереүсе булараҡ та бик күп башлан­ғыстарҙың башында тороусы ла. «Кызыл таң» гәзитендә балалар өсөн асылған ҡушымтанан «Әллүки» журналы баҫылып сыға башлауы ла уның идеяһы, тырышлығы менән тормошҡа ашырыла.
Бөгөн ул үтә лә яуаплы вазифала эшләүҙән тыш, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында студенттарға белем дә бирә. Доцент Фаил Фәтхетдинов әлеге уҡыу йортонда боронғо әҙәбиәт дәрестәрен алып бара.
– Үҙ алдыңа маҡсат ҡуйып йәшәһәң, хыялдар тормошҡа аша. Бала саҡта, башланғыс синыфта уҡығанда, уҡытыусы булыу теләге менән яндым, унан һуң журналист, тәржемәсе һөнәрҙәрен үҙләштерергә лә уйлай инем. Ә инде бөгөн үткән тормош юлыма ҡараһам, хыялдарыма ирешкәнмен икән дә. Бәләкәйҙән әҙәби китаптарҙы, гәзит-журналдарҙы күпләп алдырып уҡыным. Әле лә был яратҡан шөғөлөмә хыянат иткән юҡ. Өҫтәл китабым – боронғо әҙәбиәткә бағышланған баҫмалар. Рун яҙмаларын ҡабат-ҡабат уҡыйым, – тип һөйләй Фаил Камил улы.
Ғәҙәттә, уҡыуҙа алдынғы булғандар төрлө түңәрәктәргә йөрөргә лә өлгөрә, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша. Ул да бәләкәйҙән бик күптәргә өлгө булып тора. Бары тик «дүртле» һәм «бишле» билдәләренә генә өлгәшеүҙән тыш, спортты ла ярата: саңғыла йөрөй, йүгерә, хоккей уйнай. Мәктәп эштәренән дә ситтә ҡалмай. Пионер ойошмаһының дружина советы рәйесе, синыф ком­соргы, мәктәп комсомол комитеты ағзаһы була.
– Совет осоронда пионер, комсомол ойошмалары балаларға үҙ-үҙенә ышанырға, ижади яҡтан үҫергә, тормошта үҙ юлын табырға ҙур ярҙам күрһәтте. Етенселә уҡығанда мине башланғыс синыфтарға пионервожатый итеп ҡуйҙылар. Был уҡытыусылар яғынан ышаныс булһа, минең өсөн ҙур яуаплылыҡ та ине. Төрлө саралар уйлап табып, үҙемдән бер нисә йәшкә генә кесе балалар менән уны ойоштороп, матур итеп үткәрҙек. Уҡыуҙағы өлгәште тикшереп, һәр кемде уңышҡа сәмләндереү, дәртләндереү юлдарын да эҙләп таба инек. Мәктәп йылдарынан уҡ ижтимағи эштәрҙә ҡатнашып, уларҙың уртаһында ҡайнап үҫкәнгә студент саҡтарҙа ла бер ҙә һынатманым. Башҡорт дәүләт университетында ойошторолған «Аҡсарлаҡтар» әҙәби берләшмәһенең иң әүҙем ағзаһы булып, райондарҙа концерттарҙа сығыш яһай тор­ғайныҡ. Был ижади сараларҙы, осрашыуҙарҙы тулыһынса үҙебеҙ ойоштора инек. Юғары уҡыу йортон тамамлап, ҡулыма диплом алып эшләй башлағас та ижтимағи эштәрҙән ситтә ҡала алманым. Улар тормош юлында күп булды. Минән йыш ҡына: «Бушлай эшләгән ижтимағи эш ялҡытмаймы?» – тип һорайҙар. Юҡ, тупланған тәжрибәм менән уртаҡлашыу, кемгәлер ярҙам итеү, хал­ҡыма кәрәклегемде тойоу миңә рухи байлыҡ бирә, илһөйәрлек хисемде арттыра, – ти ул.
Ниндәй ҙә булһа үрҙәр яулар өсөн йәнәшәңдә тоғро дуҫтарың, ныҡлы терәгең булыуы мөһим. Фаил Камил улының дуҫтары бихисап. Был инде уның киң күңелле, алсаҡ, кешеләр менән ихлас аралаша белеүенәндер. Ә ғаиләһе – ныҡлы таянысы. Ҡатыны Зөлфиә Әсхәт ҡыҙы менән улар матур, татыу ғаилә ҡороп, бер ул һәм ҡыҙ үҫтереп, оло тормош юлына аяҡ баҫтырғандар. Әйткәндәй, Зөлфиә Фәтхетдинова ла – республикабыҙҙа танылған журналист, «Кызыл таң» гәзитендә эшләй. Бер ейәндәре бар, ул әлегә балалар баҡсаһына йөрөй.
Эйе, был донъяла һәр кемдең үтер юлы бар. Әгәр уҙған юлың өлгөлө эштәрҙән, кешеләргә изгелек ҡылыуҙан хасил булһа, ул балҡып, башҡаларға нур сәсеп торор. Мәҡәләмдең геройы Фаил Камил улы нәҡ ана шундай үҙе һалған нурлы юлдан атлап бара ла инде. Беҙ уға киләсәктә тағы ла бейегерәк үрҙәр яулауын теләйбеҙ.


Зөһрә ИСЛАМОВА.

Яҙмышы "Йәншишмә" менән дә бәйле
Яҙмышы "Йәншишмә" менән дә бәйле
Яҙмышы "Йәншишмә" менән дә бәйле
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас