+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
27 Ғинуар 2025, 07:42

"Йәншишмә"гә – синыф менән!

Гәзитебеҙҙең иң күп дуҫтары ҡайҙамы? Әлбиттә, Көйөргәҙе районының Яҡшымбәт мәктәбендә!

"Йәншишмә"гә – синыф менән!"Йәншишмә"гә – синыф менән!
"Йәншишмә"гә – синыф менән!

Беҙгә Яңы йыл алдынан ҡыуаныслы хәбәр килеп етте. Бер түгел, дүрт синыф «Йәншишмә»гә яҙылған! Бына кемдәр­ҙән өлгө алырға кәрәк!
– Беҙҙә «Йәншишмә»не яраталар, уҡыусылар ғына түгел, уҡытыусылар ҙа уға яҙыла,– ти мәктәптең директоры Гөлнур Ҡотдос ҡыҙы Аҡһарова.
Бына бит нисек! Был юлы беҙҙе, гәзитебеҙгә синыфтары менән яҙылып, икенселәр, өсөнсөләр, дүртенселәр һәм бишенселәр һөйөндөрҙө. Бының өсөн синыф етәкселәре Динә Рәзиф ҡыҙы Лапинаға, Зөлфиә Йүнир ҡыҙы Исхаҡоваға һәм Рузалиә Әхмәҙи ҡыҙы Айҙароваға рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

Әйткәндәй, көйөргәҙеләргә лотерея уйынында ла бәхет йылмайҙы бит әле!

"Йәншишмә"гә – синыф менән!
"Йәншишмә"гә – синыф менән!
"Йәншишмә"гә – синыф менән!
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас