+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
30 Ғинуар 2025, 07:15

Әлдә һеҙ бар әле донъяла!

Беҙҙең тоғро дуҫтарыбыҙ, тел һағында тороусы әүҙем башҡорт теле һәм әҙәбиәте, башланғыс синыфтар уҡытыусылары, белем усағы директорҙары һәм башҡа өлкәлә хеҙмәт итеүсе арҙаҡлы шәхестәребеҙ «Йәншишмә» – бүләк – изгелек кәштәһе» акцияһына ҡушылып, күп балалы ғаиләләргә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарҙың балаларына гәзит-бүләк ойошторҙо.

Әлдә һеҙ бар әле донъяла!Әлдә һеҙ бар әле донъяла!
Әлдә һеҙ бар әле донъяла!

Уларға рәхмәтебеҙ ҙур, һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер генә торалар. Шулай берҙәм, бергә булайыҡ. Әлдә һеҙ бар әле донъяла, тип ҡыуандыҡ. Бына үҙҙәре: Әлиә Ишморат ҡыҙы ИШБУЛДИНА (Янғантау мәктәбе), Гөлнур Рәүеф ҡыҙы БАЙРАМҒОЛОВА (Малаяҙҙағы 1-се мәктәп), Миләүшә Рәжәп ҡыҙы САҘРЕТДИНОВА (Миәшәгәр мәктәбе, Салауат районы), Гөлназ Мөхәмәт ҡыҙы САДИҠОВА, Фәнгизә Рафаил ҡыҙы НАФИҠОВА (Максим Горький исемендәге 3-сө гимназия), Вәсилә Марат ҡыҙы БУРАНБАЕВА (101-се мәктәп), Гүзәл Ғиззәт ҡыҙы ӘХМӘҘИЕВА (108-се мәктәп), Сәриә Фәзулла ҡыҙы ИШКИНИНА, Гөлнур Ғәйфулла ҡыҙы КАШАПОВА (119-сы мәктәп), Зимфира Әхмәтйән ҡыҙы ҠАСҠЫНОВА (123-сө лицей), Миләүшә Нурулла ҡыҙы МОРАТШИНА (161-се лицей), Альбина Хәсән ҡыҙы КАЙБЫШЕВА (1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы), Айгөл Фәнил ҡыҙы СӘҒИТОВА (1-се Республика полилингваль күп профилле гимназия), Әлфирә Әнүәр ҡыҙы ИСКӘНДӘРОВА (Зәйнәб Биишева исемендәге 140-сы башҡорт гимназияһы, Өфө ҡалаһы), Розалиә Әхмәт ҡыҙы ЙӘЛИЛОВА, Айгөл Сыңғыҙ ҡыҙы ҺАТЛЫҠОВА (Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы), Рәйсә Усман ҡыҙы ИСЛАМҒОЛОВА (Талбазы ауылы лицейы, Ауырғазы районы), Рузалиә Әхмәҙи ҡыҙы АЙҘАРОВА (Көйөргәҙе районы, Яҡшымбәт мәктәбе), Әлнисә Рәхимйән ҡыҙы АЛДЫРХАНОВА-КӘРИМОВА (Сибай ҡалаһы, интернат-гимназия), Ләлә Фәнүр ҡыҙы АБЗАЛОВА (Туймазы районы, Бишҡурай мәктәбе), Сәйҙә Ғәбдинур ҡыҙы СӘЙӘХОВА (Бөрйән районы, Яуымбай мәктәбе), Айгөл Ғәлимйән ҡыҙы БАЙЫШЕВА (Дыуан районы, Мәсәғүт мәктәбе), Сәлимә Хәйҙәр ҡыҙы ЗАКИРОВА (Бәләбәй районы, Приют ҡасабаһы, 7-се мәктәп), Гөлназ Әнүәр ҡыҙы НАЗАРОВА (Хәйбулла районы, Татырүҙәк мәктәбе), Сәриә Сәлим ҡыҙы ЯРУЛЛИНА (Ҡыйғы районы, Иҫке Мөхәмәт мәктәбе), Вилүрә Әҙеһәм ҡыҙы ИҪӘНДӘҮЛӘТОВА (Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһының баш кинорежиссёры), Фирҙәүесә Фәһим ҡыҙы ҒӘЗИЗОВА (Өфө ҡалаһы ҡала округының «Фәнни-мәғлүмәти-методик үҙәк» өҫтәмә белем биреү муниципаль бюджет мәғариф учреждениеһы туған телдәр буйынса методисы), Нәркәс Таһир ҡыҙы БАЙМЫРҘИНА (Өфө дәүләт нефть техник университеты студенткаһы), Ләлә Салауат ҡыҙы ЯҠУПОВА (Өфө ҡалаһы, «Ағиҙел» берекмәһе), Земфира Хәкимйән ҡыҙы АҠБУТИНА (Ейәнсура районы, Ибрай мәктәбе) һәм беҙҙең яҙыусы дуҫтарыбыҙ Гөлфиә ЮНЫСОВА һәм Ринал КАМАЛ, хаҡлы ялдағы журналист Фәнил ҠОҘАҠАЕВ, Өфөнән әүҙем авторыбыҙ Илһам ЛАТИПОВ. Йәнә ошо акциябыҙға ҡушылған Өфө ҡалаһы Киров районы хакимиәте бер түгел, ун ете ғаиләне гәзитле итте!

Изгелелегеҙ үҙегеҙгә меңләтә сауап булып ҡайтһын, хөрмәтле дуҫтарыбыҙ!

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас