+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
31 Ғинуар 2025, 05:05

«Йәншишмә» гә – синыф менән!

Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн сығарылған "Йәншишмә" гәзитен яратып уҡыйбыҙ. Шуға ла синыфыбыҙ менән яҙылғайныҡ. Хәҙер баҫманың килгән көнөн ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп алабыҙ.

«Йәншишмә» гә – синыф менән!«Йәншишмә» гә – синыф менән!
«Йәншишмә» гә – синыф менән!

Беҙ мәктәп, район, республика кимәлендә үткәрелгән төрлө олимпиадаларҙа, конкурстарҙа, ярыштарҙа әүҙем ҡатнашабыҙ. Яулаған уңыштарыбыҙ ҙа күп кенә. Синыф етәксебеҙ Гөлнур Әйүп ҡыҙы Мырҙабулатова төрлө тәрбиәүи темаларға осрашыуҙар, әңгәмәләр үткәрә.

Яратҡан гәзитебеҙ менән дуҫлыҡты тағы ла нығытырбыҙ, үҙебеҙ ҙә әүҙем яҙышырбыҙ, тип уйлайбыҙ.

 

Азалина ЮЛМӨХӘМӘТОВА, VI синыф уҡыусыһы.

Бөрйән районы, Аҫҡар мәктәбе.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас