«Йәншишмә» мине ҡәләм тибрәтеү оҫталығына, донъяға бөтөнләй икенсе күҙлектән ҡарарға өйрәтте. Ғөмүмән, баҫма һәр саҡ рухландырыусы булды. Уның йәш хәбәрсеһе исемен алыуым менән ғорурланам. Мәктәп йылдарында төрлө шиғырҙарым, нәҫерҙәрем, мәҡәләләрем яратҡан гәзитемдә баҫыла килде. Журналист һөнәрен һайлауым туранан-тура уға бәйле.
«Йәншишмә» ҡәләм тибрәтеүселәр өсөн ысын мәғәнәһендә ижад мәктәбе ул. Был йәһәттән, тәү сиратта, ул саҡта редакция хеҙмәткәрҙәре булған Зөһрә Ҡотлогилдина менән Зөбәржәт Миңлебаеваларҙы билдәләп үтергә кәрәк. Беҙ үҫкән мәлдә интернет булманы, гәзиткә хаттарҙы ҡулдан яҙып ебәрҙек. Әлбиттә, яуап та ала инек. Эйе, остаздарыбыҙ яҙғандарыбыҙға байҡау яһап, үҙҙәренең кәңәштәрен әйтеп, ниндәйерәк юҫыҡта эшләргә кәрәк икәнен аңлатып торҙо. Бының, әлбиттә, емештәре булды. Хәҙер уйлап ҡарайым да хайран ҡалам: көнөнә күпме хат яҙҙылар икән?! Үҙ эштәренә мөкиббән булып, бар күңелен һалып, арымай-талмай хеҙмәт иткәндәр. Редакция менән бәйләнеш беҙгә үҙебеҙҙең һәләттәрҙе асырға ярҙам итте. Остаздарыбыҙға күпме рәхмәттәр әйтһәк тә аҙ булыр ул.
Зөһрә Ҡотлогилдина «Йәншишмә» гәзитендә «Йәш хәбәрсе мәктәбе»н дә асты. Шәхсән үҙемә был дәрестәр бик күпте аңлатып бирҙе, төшөнөп етә алмаған яҙышыу серҙәрен асты. Ә ниндәй ябай тел менән алып барыла ине улар! Ошо мәктәп аша күп уҡыусылар башҡорт милли журналистикаһына килделәр бит. Ул ваҡыттағы байтаҡ үҫмер авторҙар бөгөн республика матбуғатында көслө журналистар булып танылыуы үҙе үк йәш хәбәрселәр мәктәбенең әҙерләү кимәлен күрһәтә.
Өҫтәүенә, «Йәншишмә» дуҫлыҡ күпере лә булды. Беҙ, 2000 йылдар башындағы йәш хәбәрселәр, гәзит биттәрендә бер-беребеҙҙең ижад емештәрен уҡып, ярышып яҙышып барыуҙан тыш, хат аша танышып, дуҫлашып-аралашып, бер мәктәп балаларылай гөрләшеп йәшәнек. Мин, мәҫәлән, Шишмә ҡыҙы Лилиә Дәүләтова, Әбйәлил һылыуы Миңзәлә Асҡарова, Йылайырҙан Зарина Бағышаевалар менән тығыҙ бәйләнештә булдым. Бер аҙна ла хатһыҙ ҡалмай ине. Һәм был дуҫлыҡ һаман дауам итә.
«Киләсәк һинән башлана». Был һүҙҙәр юҡҡа ғына гәзитебеҙҙең девизы итеп алынмаған. «Йәншишмә» таланттарҙы кескәйҙән күрә һәм үҫтерә. 95 йәшлек олпат юбилейын ҡаршылауына ҡарамаҫтан, заман менән бергә атлауын дауам итә. Гәзит тәүге һаны донъя күргән көндән башлап үҫеп килгән быуындың милли рухлы, илһөйәр, телһөйәр, сәләмәт тормош яҡлы, белемле, хеҙмәт һөйөүсән, аҡыллы булып үҫеүен теләй. Ә беҙ үҙебеҙҙең сиратта редакция хеҙмәткәрҙәренә яуаплы эштәрендә уңыштар, яңы асыш-табыштар, яңынан-яңы үрҙәр һәм, әлбиттә, күп-күп уҡыусылар теләйек. «Йәншишмә»нән айырылмағыҙ, дуҫтар! Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!
Фәиз ХАРРАСОВ,
«Йәншишмә»нең 2002 – 2006 йылдарҙағы йәш хәбәрсеһе.