+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
15 Февраль 2025, 10:11

Һаман уҡыйым!

Яңыраҡ ҡына республика балаларының тоғро дуҫы – "Йәншишмә" гәзитенең тыуған көнө булды.

Һаман уҡыйым!Һаман уҡыйым!
Һаман уҡыйым!

95 йәш.... Тимәк, нисәмә тиҫтә йыл һин, яратҡан гәзитем, аҙна һайын ҡыҙҙарҙы һәм малайҙарҙы ҡыуандыраһың. Иҫләйем, үҙем дә нәҡ фотолағы балаларым һымаҡ кескәй булғанымда әсәйем "Башҡортостан пионеры", аҙаҡ мин үҫә төшкәс, "Йәншишмә" гәзитен яҙҙыра ине. Эй, шул мәлдәрҙә һәр бер битен йотлоғоп уҡығанымды күрһәгеҙ...

Мин ҙурайҙым, инде үҙем дә әсәймен. Ә шулай ҙа ғәҙәтемде ташламаным – балаларым, тәрбиәләнеүселәрем менән бергә һәр битеңде уҡып барабыҙ. Улай ғына түгел, үҙебеҙ ҙә төрлө ҡыҙыҡлы темаларға мәҡәләләр ебәреп торабыҙ, конкурстарыңда ҡатнашабыҙ, һинең менән бергә булырға тырышабыҙ.

Яратҡан баҫмабыҙҙа эшләгән апайҙар һәм ағайҙар! Еңел булмаған эшегеҙҙә ижади уңыштар, яңы асыштар теләп ҡалабыҙ! Беҙҙе ҡыуандырып тағы ла сәскә ат, "Йәншишмә"!

 

Резеда МӨХӘМӘТШИНА,

"Йондоҙло" балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.

Баймаҡ ҡалаһы.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас