+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
17 Февраль 2025, 05:49

"Йәншишмә" – йәнебеҙ шишмәһе

Күңелдәргә – дәрт, йәшәүгә йәм биреүсе ул «Йәншишмә» гәзите. Мин, инде ололайған кеше булһам да, унан айырылғаным юҡ.

"Йәншишмә" – йәнебеҙ шишмәһе"Йәншишмә" – йәнебеҙ шишмәһе
"Йәншишмә" – йәнебеҙ шишмәһе

Ул күптән мәктәпкәсә йәштәгеләрҙең һәм уҡыу­сы балаларҙың яратҡан баҫмаһына әйләнде. Шаулы мәктәп тормошо ла, ҡыҙыҡлы һәм файҙалы саралар ҙа, ижади мөхит, башланғыс эшҡыуарлыҡ – барыһы ла тулы сағылыш таба гәзит биттәрендә.
Оло тарихлы бит ул «Йәншишмә». Әгәр уның шанлы тарихына күҙ һал­һаҡ, балалар өсөн сыға башлаған «Йәш төҙөүсе» гәзитенең беренсе һаны 1930 йылдың 12 февралендә донъя күрә. Тимәк, беҙҙең бөгөнгө «Йәншишмә»гә – 95 йәш! 1959 – 1990 йылдарҙа ул «Башҡортостан пионеры» исеме менән сыҡһа, 1991 йылдан әлеге көнгәсә «Йәншишмә» булып беҙҙе һөйөндөрә.
Легендар Урал батыр ҙа, бик күп кәртәләр һәм ауыр юлдар үтеп, изге һыулы Йәншишмәне эҙләп тапҡан бит. Уның шифалы зәм-зәм һыуы борон-борондан кешелеккә тоғро хеҙмәт иткән. Ерҙә әҙәм ғүмере хаҡына бар булған ул шишмә һәм сафлығын бер ҙә юғалтмаған. Рухи сығанаҡ булараҡ беҙҙең «Йәншишмә» лә тап шундай.
Ҡәҙерле балалар! Һеҙ аҙна һайын ҡулығыҙға алған ошондай матур һәм уҡымлы гәзитегеҙ булһын өсөн бынан 95 йыл элек ҙур тырышлыҡ күрһәткән беренсе редакторҙың кем икәнлеген беләһегеҙме икән? Уны онотмайыҡтар. «Йәш төҙөүсе» гәзитенең иң тәүге редакторы күренекле башҡорт шағиры Мөхәмәтйәров Хәй була (1911 – 1942). Ул үҙ мәлендә:
«Минең Ватаным
океандарҙан киң,
Гүзәллектә ул
сәскәләргә тиң», –
тип, Тыуған илебеҙгә маҡтау яҙып ҡына ҡалдырмай, ә 1941 – 1942 йылдарҙа, ҡулына ҡорал тотоп, гүзәл Ватаныбыҙҙы фашист илбаҫарҙарынан һаҡлауҙа ҡатнаша һәм һуғышта батырҙарса һәләк була...
Ә бөгөн беҙҙең «Йәншишмә»беҙ, Аллаға шөкөр, аға ла аға. Һәр бер йорт­ҡа именлек, шатлыҡ хәбәре өләшеп, балаларҙың күңел донъяһын нурлай.
Дөйөмләштереп әйткәндә, Йәншишмә – ул беҙҙең ҡанбабаларыбыҙҙан, йәғни үлемһеҙ Урал батырыбыҙҙан мираҫҡа ҡалған изге еребеҙ – Башҡортостаныбыҙҙың тере кәүҙәләнеше лә, һүрелмәҫ символы ла. Бына шуға ла Башҡортостаныбыҙ – беҙгә ғәзиз төйәк тә, төп тарихи Йортобоҙ ҙа, мәңгелек һөйөүебеҙ ҙә, мәңге йырлар йырыбыҙ ҙа, күҙ ҡараһындай һаҡлар тыуған тупраҡ та.
«Йәншишмә» гәзитенең беренсе битендәге девизы ла «Киләсәк һинән башлана» тип юҡҡа ғына ҡуйылмаған. Хәҙер инде бик күп йылдар нисәмә-нисә быуын ватандаштарыбыҙҙы туп­лауға, берҙәмлеккә, маҡсатлы йәшәүгә һәм рухиәтебеҙгә арымай-талмай хеҙмәт итеүгә лә саҡыра бит ул.
«Йәншишмә»нең атамаһына һәм уның ҡыуған юлына гел тоғро булайыҡ, ҡәҙерле йәш дуҫтар! Байрам менән!

Ҡәҙим АРАЛБАЙ, Башҡортостандың халыҡ шағиры.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас