+1 °С
Облачно
VKOKМакс
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
21 Февраля 2025, 04:58

Бүләкле булдым

Ҡыуанысым сикһеҙ.Гәзиттең матур бүләген алдым.

Добавить в предпочтительные источники Google
Айраттың бүләге барып еттеАйраттың бүләге барып етте
Айраттың бүләге барып етте

Мин Байбактин Айрат булам. Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылында йәшәйем. Мәрйәм Бураҡаева исемендәге башҡорт интернат-гимназияһының IV синыфында уҡыйым. Спорт менәни шөғөлләнәм. Йүгереү буйынса ярыштарҙа ҡатнашам, футбол секцияһына йөрөйөм.

«Йәншишмә» гәзитенә синыф менән яҙылып, синыф етәксебеҙ Гөлйөҙөм Рәүеф ҡыҙы Күсәкова квитанцияларыбыҙҙы редакцияға ебәргән. Бүләк алғас,ныҡ ҡыуандым: «Ура!» – тип ҡысҡырҙым. Портатив колонка шул тиклем оҡшаны, барыһына ла рәхмәт. Гәзитте яратып уҡыйым, көтөп алам! Үҙем дә хәбәрҙәр ебәреп торормон.

Айрат БАЙБАКТИН,

IV синыф уҡыусыһы.

Иҫәнғолдағы Мәрйәм Бураҡаева исемендәге башҡорт интернат - гимназияһы.

Автор:Римма Баймырҙина
Читайте нас