+12 °С
Ясно
VKOKМакс
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
21 Февраля 2025, 06:00

Яратҡан гәзитемдең тыуған көнөндә

19 февраль мин "Йәншишмә"лә ҡунаҡта булдым. Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханала яратҡан гәзитебеҙҙең 95 йәшлек юбилейы уңайынан ҙур байрам кисәһе уҙҙы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Яратҡан гәзитемдең тыуған көнөндәЯратҡан гәзитемдең тыуған көнөндә
Яратҡан гәзитемдең тыуған көнөндә

Миңә был сара бик оҡшаны. Билдәле журналистар, шағирҙар, яҙыусылар менән осраштыҡ, иҫтәлеккә фотоға төштөк. Миңә "Йәншишмә"нең йәш хәбәрсеһе танытмаһын тапшырҙылар, иҫтәлекле бүләктәр бирҙеләр. "Йәншишмә"гә уңыштар теләйем, ошо сараға алып барған класс етәксем Айгөл Сыңғыҙ ҡыҙына оло рәхмәтемде белдерәм.

Айназ ВӘЛИТОВ, йәш хәбәрсе.

Ауырғазы районы,

Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһының II синыф уҡыусыһы.

 

Фото: Г. Шәйхетдинова.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас