+28 °С
Болотло
VKOKМакс

Гәзитебеҙ – дуҫыбыҙ

Өфөнөң 1-се республика полилингваль күп профилле гимназияһының уҡыусылары «Йәншишмә» балалар гәзитенең хәбәрсеһе Римма Фәйзулла ҡыҙы Баймырҙина менән осрашты.

Гәзитебеҙ – дуҫыбыҙГәзитебеҙ – дуҫыбыҙ
Гәзитебеҙ – дуҫыбыҙ

Унда ҡунаҡ балаларҙы  гәзиттең тарихы менән таныштырҙы. Уҡыусылар "Йәншишмә"нең ҡасан сыға башлауы, баш мөхәррирҙәре һәм уның исемдәре үҙгәреүе тураһында белде. Уҡыусыларға гәзиттәр, календарҙар таратты, уларға ниндәй рубрика оҡшауы тураһында һорашты.

Осрашыу бик йәнле, ҡыҙыҡлы үтте. Балалар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуаптар алды. Шулай уҡ үҙҙәренең теләктәрен әйттеләр, гәзиттә нимәләр оҡшауы тураһында һөйләнеләр.

Гәзиттең форматы, биҙәлеше, төҫлө һүрәттәре, яҙылған мәҡәләләрҙе уҡыу уҡыусыларға бик оҡшай икән, сөнки унда республикабыҙҙың төрлө мөйөштәрендә йәшәгән һәм уҡыған балаларҙың тормошо, уҡыуы, спорт менән шөғөлләнеүҙәре тураһында яҙылған мәҡәләләр менән танышырға була. Баҫмала Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарҙың батырлыҡтары тураһында белергә мөмкин.

Осрашыуҙың аҙағында уҡыусылар гәзитте алдырырға, уның менән бәйләнеште өҙмәҫкә теләүҙәрен әйтте.

Гәзитебеҙ – дуҫыбыҙ
Гәзитебеҙ – дуҫыбыҙ
Гәзитебеҙ – дуҫыбыҙ
Гәзитебеҙ – дуҫыбыҙ
Автор:Римма Баймырҙина
Читайте нас