+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
3 Апрель 2025, 10:30

Ил төкөрһә, күл булыр

Баймаҡ районы Беренсе Этҡол ауылының «Ағинәйҙәр» ойошмаһы етәксеһе Көнһылыу Әүхәҙи ҡыҙы Азаматова «Йәншишмә»-бүләк – изгелек кәштәһе» акцияһына ҡушылып, 2 уҡыусы балаға гәзит яҙҙырҙы.

Ил төкөрһә, күл булырИл төкөрһә, күл булыр
Ил төкөрһә, күл булыр

Айгүзәл Сөләймәнова – ошо ауыл  белем усағының IV синыф уҡыусыһы. Уның атаһы махсус хәрби операцияла ҡатнаша. «Алға» позывнойлы исем менән дошмандарға ҡаршы көрәшә.

Ә Ислам Хисмәтуллин күп балалы ғаиләнән. Уның атаһы былтыр мәрхүм булып ҡалған, вахта ысулы менән эшләп йөрөгән. Ғаиләлә – 6 бала. Ислам III синыфта уҡый.

Был балаларға иҫтәлекле бүләк эшләүсе Көнһылыу Әүхәҙи ҡыҙына ҙур рәхмәт! Һеҙгә һаулыҡ, башҡарған изге эшегеҙ үҙегеҙгә сауап булып, меңләтә артып ҡайтһын!

Әйткәндәй, 2-нән 12 апрелгә тиклем гәзит-журналдарға яҙылыу ун көнлөгө иғлан ителде. Әйҙәгеҙ, мөмкинлектән файҙаланып, “Йәншишмә”гә күпкә арзаныраҡ хаҡҡа яҙылып ҡуяйыҡ!

Ун көнлөк барышында гәзитебеҙгә 1 айға яҙылыу хаҡы – 104  һум 92  тин,

6 айға – 629  һум 52  тин.

Индексыбыҙ – П2765.

Беҙҙә бик шәп бүләк уйнатыла! Велосипед һеҙҙе көтә!

Ил төкөрһә, күл булыр
Ил төкөрһә, күл булыр
Ил төкөрһә, күл булыр
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас