+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
8 Апрель 2025, 07:00

Йомаштағы «Ағинәйҙәр» ойошмаһы Ралинаға гәзит бүләк итте

Ауылдағы оло йәштәге инәйҙәре лә ил яҙмышына битараф ҡала алмаған. Бына улар – Фәрхәнә Иҫәндәүләтова, Венера Барлыбаева, Рәсимә Йомашева, Ғәшүрә Түвәнәева, Әлмира Сәйғәфәрова, Зөмәрә Байсүбәҡова, Рима Әйүпова, Нәйлә Йәнбирҙина һәм Гөлсинә Солтангәрәева – барыһы ла әүҙемлек күрһәтә.

Йомаштағы «Ағинәйҙәр» ойошмаһы  Ралинаға гәзит бүләк иттеЙомаштағы «Ағинәйҙәр» ойошмаһы  Ралинаға гәзит бүләк итте
Йомаштағы «Ағинәйҙәр» ойошмаһы Ралинаға гәзит бүләк итте

«Ағинәйҙәр» ойошмаһы етәксеһе Зифа Иҫәнова:

– Беҙ ҙә ҡулыбыҙҙан килгәнсе һалдаттарыбыҙға ярҙам итәбеҙ. Һалдаттарыбыҙға һаҡлап йөрөтөүсе бетеүҙәр, дарыуҙар һәм ризыҡтарҙан – ҡаҡланған ҡорот, ҡаҙы, көлдә бешерелгән картуф, сөсө икмәк ебәрергә тырышабыҙ. Шулай уҡ яугирҙарыбыҙға юрған, яҫтыҡ та ебәрҙек. Беҙҙең төркөмдәге ҡатын-ҡыҙҙар барыһы ла ихлас изгелек ҡыла. Уларҙың тормош иптәштәре лә ҙур ярҙам күрһәтә, – ти. 

Ауыл ағинәйҙәре, «Йәншишмә» гәзите – изгелек кәштәһе»нә ҡушылып, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙың ғәзиз балаһы Ралинаға гәзит-бүләк эшләне. Бына тиҙҙән Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе Ралина  гәзит уҡый башлаясаҡ. Ралина Әлибәкова – Баймаҡтағы 5-се мәктәптең I cиныф уҡыусыһы. Ул гел «бишле» билдәләренә генә уҡый. Төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша, матур итеп бейей ҙә. Йомаш ағинәйҙәренең гәзит-бүләген дә шатлана-шатлана, рәхмәт әйтеп алды.

Әйҙәгеҙ, дуҫтар, шулай балаларҙы ҡыуандырайыҡ! Әйткәндәй, 12 апрелгә тиклем гәзит-журналдарға арҙан хаҡҡа яҙылып була.

Йомаштағы «Ағинәйҙәр» ойошмаһы  Ралинаға гәзит бүләк итте
Йомаштағы «Ағинәйҙәр» ойошмаһы  Ралинаға гәзит бүләк итте
Йомаштағы «Ағинәйҙәр» ойошмаһы  Ралинаға гәзит бүләк итте
Йомаштағы «Ағинәйҙәр» ойошмаһы Ралинаға гәзит бүләк итте
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас