+28 °С
Болотло
VKOKМакс

Киров районы хакимиәтенән – балалар йортона бүләк

"Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто унда йәнә осрашыу ойошторҙо.

Киров районы хакимиәтенән – балалар йортона бүләкКиров районы хакимиәтенән – балалар йортона бүләк
Киров районы хакимиәтенән – балалар йортона бүләк

Былтыр Киров районы хакимиәте хеҙмәткәрҙәре "Изге подписка"ға ҡушылып, дуҫтарыбыҙҙың артыуына булышлыҡ иткәйне. Был юлы ла акцияға дәррәү ҡушылдылар. Хакимиәт Башлығы урынбаҫары Олеся Фәнүз ҡыҙы Әхмәҙуллина "Йәншишмә"гә беренсе булып яҙылды. Йәнә "Башҡортостан" гәзитенә, "Башҡортостан уҡытыусыһы", "Аманат", "Аҡбуҙат" журналдарына яҙылыу ҡыҙыу барҙы. Ауылда йәшәүсе ата-әсәләренә "Өмөт", "Ауырғазы хәбәрсеһе", "Бельские просторы" һәм башҡа баҫмаларҙы бүләк итеүселәр ҙә булды.

Шулай итеп, хакимиәт хеҙмәткәрҙәре ярҙамы менән Өфөләге Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге 1-се балалар йортоноң һәр төркөмөнә "Йәншишмә" киләсәк! Тағы ла 28-се коррекция мәктәбе уҡыусылары һәм тәрбиәселәре лә гәзитебеҙҙе уҡыясаҡ. Редакция исеменән Ирина Митряева, Эльза Иҙрисова, Рәмилә Муллаянова, Олег Исхаҡов, Светлана Хөсәйенова, Данияр Сәлимов, Регина Сиркизюк, Рәзилә Рәхмәтова, Эльвира Ишбулатоваға, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапхананан Гөлшат Низамоваға рәхмәт!

Киров районы хакимиәтенән – балалар йортона бүләк
Киров районы хакимиәтенән – балалар йортона бүләк
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас