+28 °С
Болотло
VKOKМакс

Барыһы ла "Йәншишмә"нән башланды

«Йәншишмә» гәзитенә мин өсөнсөлә уҡығанда яҙыша башланым. Ул ваҡытта «Башҡортостан пионеры» тип аталды. Әсәйем гәзитте гел алдыра ине. Уның биттәрендә тиҫтерҙәремдең мәҡәләләрен уҡып, минең дә ошолай яҙғым килә, тинем. Әсәйем был теләгемде хупланы.

Барыһы ла "Йәншишмә"нән башландыБарыһы ла "Йәншишмә"нән башланды
Барыһы ла "Йәншишмә"нән башланды

Тәүге мәҡәләләремде редакция хеҙмәткәрҙәре уҡып, ошолай-ошолай итеп төҙәтергә, ошо ерҙәрен тулыландырырға кәрәк, тип матур ғына итеп, күңелде ҡанатландырырлыҡ һүҙҙәр яҙып ебәрә тор­ғайны. Ә бер көндө яратҡан гәзитемдә мәҡәләмде күреп, түбәм күккә тейҙе! Шул көндән башлап мин гәзиткә бер туҡтауһыҙ хәбәрҙәр яуҙырҙым. Бөтәһе лә тиерлек баҫыла торғайны. Тағы ла нимә иҫтә ҡалған: шул көндән башлап миңә Башҡортостандың төрлө мөйөштәренән дуҫлыҡ тәҡдим итеп хаттар килә башланы. Көн һайын 3 – 5 хат ала тор­ғай­ным! Гәзит аша дуҫтарым тағы ла күбәйҙе.
Хеҙмәтемдең емеше оҙаҡ көттөрмәне: тиҙҙән йәш хәбәрсе исемен бирҙеләр. Хәҙер инде аяҡты ныҡлы терәп, оҙон мәҡәләләр ҙә яҙҙым. XI синыфты тамамлағансы яҙыштым «Йәншишмә»гә. Әйткәндәй, йәш хәбәрсе булғас, мәҡәләләрем өсөн гонорар ҙа килә торғайны. Арыу уҡ аҡса ине ул! Бала кешегә етә ине.
БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетына уҡырға инеп, уны ҡыҙыл дипломға тамамланым. Филология фәндәре кандидаты булдым. Республика вуздарында, мәктәптәрендә, колледжда уҡыттым. «Йыл уҡытыусыһы» конкурстарында еңеүсе, лауреат булдым. Бөгөн минең тормошом журналистика менән бәйле. Әлеге көндә «Башҡорт­остан ҡыҙы» журналында бүлек мөхәрриремен, сайт эшен алып барам, социаль селтәрҙәрҙә журнал төркөмөн йәнләндереү өсөн тырышам.
Ә бит барыһы ла бала саҡтан башланды. «Йәншишмә» гәзите, тере һыу кеүек, күңелемә ижад итеү ҡомары һалған, дәртләндергән. Мәңгә йәшә, «Йәншишмә»!

Роза ХӨСНУЛЛИНА.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас