+28 °С
Болотло
VKOKМакс

Дүртөйлөлә эштәр көйлө!

Сәфәребеҙ был юлы Дүртөйлө яҡтарындағы гәзит уҡыусыларыбыҙға илтте.

Дүртөйлөлә эштәр көйлө!Дүртөйлөлә эштәр көйлө!
Дүртөйлөлә эштәр көйлө!

Бына ҡаланың иң хозур ерҙә урынлашҡан матур гимназияһындабыҙ. Назар Нәжми исемендәге был уҡыу йорто — башҡорт мәғариф системаһында күренекле урын алып торған белем усағы. Ул үҙенең бай тарихы, йолалары һәм юғары уҡыу сифаты менән айырылып тора. Гимназияла уҡыусылар башҡорт телен, мәҙәниәтен, тарихын тәрән өйрәнә, шулай уҡ төрлө фәндәр буйынса ныҡлы белем ала.

Уҡыу йортоның төп маҡсаты — интеллектуаль һәм рухи яҡтан үҫешкән, туған телен һәм халыҡ мәҙәниәтен хөрмәт иткән шәхестәр тәрбиәләү. Назар Нәжмиҙең исемен йөрөткән был гимназия халыҡ шағирының рухи мираҫын һаҡлау һәм йәш быуынға тапшырыу бурысын да башҡара.

Уҡыусылары төрлө республика һәм халыҡ-ара олимпиадаларҙа, конкурстарҙа еңеүҙәр яулай. Уҡытыусылар коллективы — тәжрибәле, үҙ эшенә тоғро булған остаздар.

Тамаша залында беҙҙе шайморатовсылар синыфы көтә ине. Гәзиттең тарихы тураһында тыңлағас, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы яуҙырҙылар ғына. Был VII «А» синыфы бар яҡтан да шәп икән. Араларында Алиса Камалова, Илназ Кәримов, Әмирхан Исламов, Эмир Ҡаһарманов , Илдан Мөхтисламов ,Яна Нәсибуллина , Камилла Шәйхелимамова, Арыҫлан Шәрәфетдинов иң әүҙем уҡыусылар һанала. «Ҡышҡы Шайморатов уйындары-2025» ярышының еңеүгә ирешкәндәр. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиадала – Алиса Камалова, ә һынлы сәнғәт буйынса Камилла Шәйхелимамова I урын яулаған. Камила һүрәт тә төшөрөргә ярата. Бер конкурста ла призлы урынһыҙ ҡалмай был һәләтле ҡыҙ. Йәмғиәт фәненән Илназ Кәримов, ә биология фәненән Ирина Нәзипова уңышҡа ирешкән. Гагарин Кубогының төбәк этабында Яна Нәсибуллина – физкультуранан, Ирина Нәзипова – урыҫ әҙәбиәтенән, Самат Мирсәйетов математиканан призёр булған.Роберт Ғимаев менән Илдан Мөғтисламов «Мин хәтерләйем, ғорурланам» Бөйөк Ватан һуғышына арналған олимпиадала яҡшы һөҙөмтә күрһәткән. Бына шундай һәләтле, уңған шайморатовсылар синыфы. Беҙҙең гәзитте лә яратып уҡыйҙар, артабан да дуҫлыҡты дауам итергә һүҙ ҡуйыштыҡ.

Был көндө беҙ тағы бишенсе мәктәптең V «Г» синыфы менән осрашыуҙа булдыҡ. Бик ихлас күңелле балалар менән аралаштыҡ. Амелия Нурисламова, Илмир Исламов ,Динарис Йыһангиров, Әминә Ғарипова, Данияр Васильев башҡорт теленән яратып өйрәнә.Вилдан Сәлихов , Асҡар Шәғәпов, Динарис Йыһангиров, Ариана Шәкирова спорт буйынса шәптәр. Самир Мөлөков, Айлин Кахведжиоглу йырларға әүәҫтәр. Арина Хәкимова, Сабина Ғәниева, Әминә Ғарипова, Илиза Фәзелйәнова бейеүгә оҫта.

Улар ҙа «Йәншишмә» гәзитенә яҙылырға, яҙышып торорға

Дүртөйлөлә эштәр көйлө!
Дүртөйлөлә эштәр көйлө!
Дүртөйлөлә эштәр көйлө!
Дүртөйлөлә эштәр көйлө!
Дүртөйлөлә эштәр көйлө!
Дүртөйлөлә эштәр көйлө!
Автор:Римма Баймырҙина
Читайте нас