

Башҡорт теле дәресендә уҡытыусыбыҙ Рәйсә Усман ҡыҙы Исламғолова менән беҙ өҫтәл уйындары уйнайбыҙ. Әкиәт, хикәйә эстәлеге буйынса һүрәт төшөрәбеҙ. Тасуири итеп шиғырҙар һөйләргә өйрәнәбеҙ. Башҡортса йәнһүрәттәр ҡарайбыҙ. Башҡорт яҙыусыларының биографияһы һәм ижады менән танышабыҙ.
Шулай ҙа иң ҡыҙыҡлы һәм көтөп алған көнөбөҙ бар. Ул – "Йәншишмә" гәзитенең килгән көнө. Дәрестә ундағы тиҫтерҙәребеҙ хаҡындағы мәҡәләләрҙе уҡып, уларға оҡшарға тырышабыҙ.
Миңә оҡшай гәзит. Уҡытыусыма рәхмәт, баҫма менән ҡыҙыҡһындыра белә.
Риана ШАГАНЦ.
Ауырғазы районы,
Талбазы ауылындағы лицей.