+28 °С
Болотло
VKOKМакс

Ғайсар редакцияла "Йәншишмә" гәзитенә яҙылды

Сибай ҡалаһындағы 13-сө мәктәптең IV  "Б" синыфын  "бишле" билдәләренә генә тамамлаған Ғайсар Мөхәмәтйәнов редакцияға килеп инде. Ул  яратҡан гәзитенә яҙылды. Һай, афарин!

Ғайсар редакцияла "Йәншишмә" гәзитенә яҙылдыҒайсар редакцияла "Йәншишмә" гәзитенә яҙылды
Ғайсар редакцияла "Йәншишмә" гәзитенә яҙылды

Улай ғына ла түгел, уның өсөн бөгөн бигерәк шатлыҡлы көн икән! Беләһегеҙме, ул көҙ Өфөләге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһында уҡый башлаясаҡ. Әле имтихандарҙы уңышлы тапшырып, гимназияға уҡырға ингән. Ҡотлайбыҙ, Ғайсар! 

Әйткәндәй, дуҫтар, кемдәр гәзиткә яҙылған,  үҙегеҙҙең квитанция күсермәләрен редакцияға ебәрегеҙ. Әгәр быға тиклем ебәргән булһағыҙ,  башҡа ебәрмәгеҙ, июль башында "Яҙыл да бүләк от"  уйынын ойошторасаҡбыҙ. Ҡарап барығыҙ яңылыҡтарҙы!

Ғайсар редакцияла "Йәншишмә" гәзитенә яҙылды
Ғайсар редакцияла "Йәншишмә" гәзитенә яҙылды
Ғайсар редакцияла "Йәншишмә" гәзитенә яҙылды
Ғайсар редакцияла "Йәншишмә" гәзитенә яҙылды
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас