

Аҡйондоҙ Күсәрбаева (һулдағы һүрәттә) Баймаҡ районы Ҡаратал мәктәбенең VIII синыфын «дүртле» һәм «бишле»гә генә тамамлаған. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен көтөп ала. Быға ғәжәпләнәһе түгел, әсәһе Алһыу Фәйзрахман ҡыҙы уҡыта бит!
– Мин бейергә лә яратам. Баймаҡтағы «Саптар» өлгөлө хореография студияһына йөрөйөм. Яҙғыһын етәксебеҙ Радик Бакиров менән Санкт-Петербург ҡалаһында ла булып ҡайттыҡ. Беҙ унда «Ерән саптар» бейеүен башҡарҙыҡ, еңеү яуланыҡ.
Питер ныҡ оҡшаны. Ҡалала алты көн булдыҡ, уның матурлығына хайран ҡалып ҡайттыҡ, – тип һөйөнөсө менән уртаҡлашты Аҡйондоҙ.
Ә Зарифа Баһаува Йылайыр районының Юлдыбай мәктәбендә белем ала. Уны беҙ «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәр бәйгеһендә Бөрйәндә, Өфөлә осратҡаныбыҙ бар.
– Зарифа VI шайморатовсылар синыфын тамамланы. Яҡшы уҡый, бәйгеләрҙә һынатмай. Күптәргә өлгө, мәктәбебеҙ ғорурлығы ул, – тип маҡтай үҙен синыф етәксеһе, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Фирҙәүес Абдулхаҡ ҡыҙы Ҡашҡарова.
Бына шундай һәләтле, тырыш, һәр ҡайҙа иң-иңе беҙҙең йәш хәбәрселәребеҙ. Уларға артабан да уңыштар юлдаш булһын. Был исемде алыу яуаплылыҡ та өҫтәй. Беҙ һеҙгә ышанабыҙ, ҡыҙҙар, әйҙәгеҙ, бергәләп гәзитебеҙҙе ҡыҙыҡлы, уҡымлы итәйек!
М. СӘЙЕТОВ.
Илмир ҒӘЙНУЛОВ фотолары.