

Данил Никитин да гәзиткә яҙылып өлгөрҙө. Ул Өфө ҡалаһының Фатима Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияның IX синыфты яҡшы билдәләргә тамамланы. Әйткәндәй, Данил ҡурайҙа уйнарға ярата.
– Беҙҙең өйгә «Йәншишмә» электән килә. Әсәйем гәзиттең «Йәш хәбәрсе»һе лә булған. Мин уҡыуымды артабан дауам итергә уйлайым. Гимназиябыҙҙа белем алыу бик оҡшай, уҡытыусыларыбыҙ ҙа яҡшы, – ти ул.
Әйткәндәй, гәзитебеҙҙең электрон версияһын һайлаһағыҙ, хаҡы күпкә арзаныраҡ: 5 айға – ни бары 365 һум ғына. Ул сағында «Йәншишмә»нең һәр һаны PDF форматында электрон почтағыҙға киләсәк.
«Йәншишмә»гә бер айға яҙылыу хаҡы – 119 һум 72 тин, 5 айға – 598 һум 60 тин.
Индексыбыҙ – П2765.