

Бөгөн һеҙҙең ҡулда — яратҡан «Йәншишмә» гәзитемдең 7000-се һаны. Бик ҙур һан! Уның эсендә күпме — тарих! Ә бит гәзитебеҙ әлеге көндә үҫер быуынды, өмөтлө киләсәгәбеҙҙе тәрбиәләүҙә роле баһалап бөткөһөҙ. Ул балаларҙың күңеленә рухи орлоҡтарҙы гөл-сәскәгә күмелер баҡсаға әйләндерерлек итеп һала. Шуға күрә «Йәншишмә»ләй гәзитебеҙ барҙа башҡорт матбуғатының да, әҙәбиәтенең дә, мәҙәниәтенең дә, сәнғәтенең дә киләсәге яҡты һәм матур буласаҡ.
«Йәншишмә» – рухи ҡиммәттәргә иғтибар бүлеүе менән дә үҙ бәҫен, үҙ мәртәбәһен юғары тотҡан баҫмабыҙ. Уны уҡып үҫкән бала даланлы булыр, уҡытыу эшендә ҡулланған мөғәллимдең һүҙе үтемле булыр, «Йәншишмә» тип күңеле талпынған кешенең үҙенең илһам бирер тере һыуы булыр.
«Урал батыр» эпосындағылай тылсымға эйә йәнебеҙ шишмәһе ул — «Йәншишмә»! Ҙур киңлектәргә илтер күркәм гәзитебеҙ киләсәктә лә изге эшен дауам итһен! Рәхмәтлебеҙ һиңә, хөрмәтле «Йәншишмә»м!
Зарина БАҒЫШАЕВА,
гәзиттең элекке йәш хәбәрсеһе, шағирә,
Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетының Өфө филиалы уҡытыусыһы.