+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
11 Август 2025, 11:20

Бешерергә лә ярата

Хәҙер Ҡырмыҫҡалы районы Сахай ауылында ла «Йәншишмә»нең дуҫтары бар. Йәй башында гәзитебеҙ хеҙмәткәрҙәре командировкаға барып киткәндән һуң яҙылғандар. Өҫтәүенә Сулпан Байназарова гәзиттең бүләген дә отоп ҡуйҙы.

Бешерергә лә яратаБешерергә лә ярата
Бешерергә лә ярата

– «Йәншишмә» гәзите менән ҡыҙҙарымды башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зәлифә Риян ҡыҙы Бикташева таныштырған. Шунан өләсәләре Гүзәл Урал ҡыҙы Сулпанға һәм ейәне Арыҫланға ошо ярты йыллыҡҡа подписка бүләк итте. Ә аҡыллы колонка ҡыҙыма сыҡҡас, бик ҡыуандыҡ, - ти Гөлшат Байназарова. Бүләкте алып барып тапшырып та ҡуйҙыҡ. Ҙур рәхмәт, тоташтырып, музыка, әкиәт тыңлап ҡараныҡ инде, – тип ҡыуаныстары менән уртаҡлашты ҡыҙҙар.

Был ҙур ғаиләлә дүрт бала тәрбиәләнә. Әсәләре әлеге ваҡытта кескәй Арыҫлан менән декрет ялында. Аталары механик булып эшләй. Динә – IX, Сулпан – VII синыфҡа бара. Вилдан иһә балалар баҡсаһына йөрөй.

 Гәзит ҡыҙҙарға оҡшай, уҡыйҙар, биҙәлешен, һүрәттәрен ҡыҙыҡһынып ҡарайҙар икән. Улар үҙҙәре лә рәсем дәрестәренә йөрөй, биш йыл уҡырға, әле өсөнсө синыфты тамамлағандар. Шулай уҡ бейергә яраталар. Биш йыл сәнғәт мәктәбенә бейеү дәрестәренә йөрөгәндәр.

Сулпан мәрйендән төрлө биҙәүестәр – алҡа, беләҙек, муйынсаҡ эшләргә лә әүәҫ. Яһай ҙа дуҫтарына, яҡындарына бүләк итә.

Йәй көндәренең ҡәҙерен белеп, матур итеп үткәрергә тырыша Байназаровтар. Йомарт ҡояшлы миҙгелдең файҙаһын күреп, йылғала һыу инәләр, ҡыҙыналар. Динә менән Сулпан өләсәйҙәре менән олатайҙарына ла барып ярҙамлашып китә. Бәпкә, себеш ҡарашалар, баҡса эштәрендә булышалар, еләк-емеш йыялар. Ҡустыларына ла күҙ-ҡолаҡ булып торалар, әсәйҙәренә бәлеш, бөйөрөктәр бешерешәләр. Сулпан үҙе лә интернеттан ҡарап, төрлө тәмлекәстәр әҙерләргә әүәҫ. Бик тәмле килеп сыға, тип маҡтайҙар, яратып ашайҙар.

 Сулпандың эремсектән сәйгә тәмлекәс рецебын һеҙгә лә тәҡдим итәбеҙ.

Ярты килограмм майлы ғына ауыл эремсеге, 3-4 аш ҡалағы он, бер йомортҡа, 30-40 грамм шәкәр ҡомо, бер семтем тоҙ кәрәк буласаҡ. Барыһын ҡушып блендер менән иҙәбеҙ. Шунан берәй сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Алып йомороҡастар яһайбыҙ ҙа уҡлау менән йәйәбеҙ. Йәбешмәһен өсөн әҙ генә он ҡулланабыҙ. Артабан табала ике яғын да ҡыҙарғансы ҡыҙҙырып алырға ҡала. Ҡаймаҡ, ҡайнатма, ҡуйыртылған һөт менән табынға бирергә мөмкин. Былай ҙа тәмле.

 

 

 

Бешерергә лә ярата
Бешерергә лә ярата
Бешерергә лә ярата
Бешерергә лә ярата
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас