+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
15 Август 2025, 04:48

Ләйсән инәйҙәренән бүләк

Быйыл йәйгеһен Динә, Инсаф, Айгүзәл, Нурзил «Йәншишмә»ле генә булманы, гәзитебеҙҙең матур бүләген дә алып һөйөндө. Бының өсөн Иҫәнғолдағы «Ләйсән» балалар баҡсаһында психолог булып эшләгән Ләйсән Боҫҡонова инәйҙәренә рәхмәт әйтергә кәрәк инде.

Ләйсән инәйҙәренән бүләкЛәйсән инәйҙәренән бүләк
Ләйсән инәйҙәренән бүләк

– Каникул ваҡыттарында осрашҡанда бергәләп уҡырһығыҙ, тип «Йәншишмә»не ул беҙҙең өйгә яҙҙырғайны. Ейән-ейәнсәр­ҙәремде гәзитле лә, бүләкле лә итте, – ти өләсәйҙәре Хәзирә Миңлеғәле ҡыҙы.
Был ғаилә «Яҙыл да бүләк от!» уйынында ҡатнашып портатив колонка эйәһе булғайны. Бүләкте алып барып тапшырҙыҡ.
– Беҙҙең башҡорт балалары ҡайҙа ғына йәшәһә лә, туған телдәрен белергә, өйрәнергә тейеш. Улар башҡортса китаптар, гәзит-журналдар уҡып та үҫһен ине, – тип оҙатып ҡалды беҙҙе оҙаҡ йылдар Байдәүләт мәктәбендә башланғыс синыфтар уҡытыусыһы булып эшләгән Хәзирә апай Юлдашбаева.
Ҡәҙерле дуҫтар! Һеҙ ҙә гәзитебеҙ ойошторған бәйгеләрҙә, уйындарҙа ҡатнашып тороғоҙ.


М. ӘБЕШЕВ.
Ейәнсура районы, Байдәүләт ауылы.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас